Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
28 Октябрь 2021, 04:20

Балаларым менән бәхетлемен

-Күп балалы тип әйткәндәрен яратмайым, балалар бер ваҡытта ла күп булмай. Уларҙың һәр береһе үҙ урынында, беҙҙең өсөн көтөп алынған. Ҡәйнәм Флүрә Миндийәр ҡыҙы дүрт бала үҫтергән, өләсәйемдең ун балаһы булған. Балаларым менән бәхетлемен, - ти Иманғол ауылында йәшәүсе Гөлнур Әһлиуллина. Гөлнур Ғәзимйән ҡыҙы Республика көнө уңайынан ҙур наградаға лайыҡ булды, биш бала әсәһе  “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде.

Балаларым менән бәхетлеменБалаларым менән бәхетлемен
Балаларым менән бәхетлемен

Балаларым менән бәхетлемен!

-Күп балалы тип әйткәндәрен яратмайым, балалар бер ваҡытта ла күп булмай. Уларҙың һәр береһе үҙ урынында, беҙҙең өсөн көтөп алынған. Ҡәйнәм Флүрә Миндийәр ҡыҙы дүрт бала үҫтергән, өләсәйемдең ун балаһы булған. Балаларым менән бәхетлемен, - ти Иманғол ауылында йәшәүсе Гөлнур Әһлиуллина.

Гөлнур Ғәзимйән ҡыҙы Республика көнө уңайынан ҙур наградаға лайыҡ булды, биш бала әсәһе  “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде.

Ханымдың һүҙҙәрендә ҙур хаҡлыҡ ярылып ята. Әсә кеше өсөн балаларҙан да ҡәҙерлерәк нимә бар икән был донъяла? Улар тип утта янаһың, һыуҙа батаһың тигәндәй...

Ҡатын кешегә әсәй булырға бер ваҡытта ла һуң түгел тиҙәр, Гөлнур Ғәзимйән ҡыҙы кинйәһен 43 йәштә тапҡан. Радамирға - 2,8 йәш. Тиктормаҫ, орсоҡ малай ғаиләнең йөҙөк ҡашы. Апай-ағайҙары үҙен иркәләп туймайҙар.

Гөлнур һәм Айҙар Әһлиуллиндар ауылда һоҡланғыс ғаиләләрҙең береһе. Иңгә-иң терәшеп йәшәүҙәренә 27 йыл.

Өлкән ҡыҙҙары Эльвина һөнәре буйынса медик, Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының балалар поликлиникаһында эшләй. Владислав улдары бөгөнгө көндә Ватан алдында изге бурысын үтәй, Брянскийҙа хеҙмәт итә. Тырыш, башлы егетте хәрби госпиталгә программист итеп ҡуйғандар.  Дарина ҡыҙҙары етенсе класта, улдары Денис алтынсы класта уҡый. 

Әһлиуллиндар бик ижади ғаилә. Гөлнур ханым һөнәре буйынса режиссер-ҡуйыусы. Учалы сәнғәт колледжын ҡыҙыл дипломға тамамлаған белгес. Иманғол ауылында клуб мөдире булып та эшләй.

- Эшләһәң, ғаиләңә ваҡытың әҙ ҡала. Тормош иптәшем дальнобойщик, уны өйҙә һирәк күрәбеҙ. Өйҙә әсәй ҙә, атай ҙа булмаһа, балаларға ҡыйын бит. Йорт-ҡура эсендә ҡатын-ҡыҙҙың эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Ахырҙа эшемде ҡалдырып торорға мәжбүр булдым. Кем белә, бәлки балаларҙы ныҡлы аяҡҡа баҫтырып, яратҡан һөнәремде дауам итермен, башта идеялар күп, - ти ул.

Гөлнур апайҙың атаһы Ғәзимйән заманында колхоздың алдынғы комбайнсыһы була, гармунда уйнай, клуб сәхнәһенән төшмәй, спектаклдәрҙә ҡатнаша. Уҡытыусы ағаһы Ғазинур ҙа оҫта гармунсы булып дан ҡаҙана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы ҡәҙерлеләренең икеһе лә бөгөн донъяла юҡ. Әсәһе Гөлсара Бәхтейәрованы ла районда белмәгән кеше һирәк, шиғырҙар яҙа, халыҡ дауаһы менән кешеләрҙе дауалай.

Сәнғәткә һөйөү, ижади һәләт балаларына ла күскән. Владислав реп стилендә йырҙар ижад итә, уның йырҙарын “Заратор” псевдонимы аҫтында Бәйләнештә селтәрендә табырға була. Дарина бейергә ярата, “Ынйыҡай” ансамблендә шөғөлләнә. Коллективтары менән төрлө конкурстарҙа ҡатнашалар. Денистары ла оҫта бейеүсе, әммә үҫмер күберәк тимер-томор менән булашырға ярата. Механик тип әйтһәң дә була, ниндәй генә техника булмаһын, шундуҡ һүтеп-ҡороп ҡуя. Был һәләте атаһынан күскән, Айҙар Марат улы техниканы биш бармағындай белә.

Кескәй Радамирҙың да теле йырлап асыла, ауыҙ эсенән үҙ алдына көйләп йөрөргә ярата.

Ата-әсәләренең уң ҡулы балалар. Ирҙәрҙеке, ҡатындарҙыҡы, тип эште бер ваҡытта ла бүлмәйҙәр. Иҙәнен дә, һауыт-һабаһын да йыуалар.

Гөлнур ханымдан балаларҙы тәрбиәләү серҙәре менән бүлешеүен һорайбыҙ.

-Уларҙы аңлай белергә кәрәк, һиңә ышанырға тейештәр. Эшләгән эштәрен, ҡаҙаныштарын хуплап, аҙым һайын дәртләндереп торорға кәрәк. Шунда ғына улар үҙҙәрен ышаныслы, яҡлаулы тоясаҡ. Беҙҙең арала бер ниндәй ҙә сер юҡ, - ти ханым.

Яңы йыл, тыуған көн кеүек ғаилә байрамдарында тормош иптәше, балалары, әсәһе, апаһы, ҡайны-ҡәйнәһе менән бергәләшеп өҫтәл артына йыйылыу күптән матур традицияға әйләнгән улар өсөн.

-Тормош иптәшем оҙайлы рейстан арып ҡайтыуына ҡарамаҫтан, ҡаҙанда үҙе бешергән аш-һыу менән һыйлай. Бергәләшеп тәбиғәт ҡосағына сығып ял итеп ҡайтабыҙ, - тип тәьҫораттары менән бүлеште бәхетле әсәй.

Балаларының игелеген күреп, бәхетле тормошта йәшәргә яҙһын тип теләйбеҙ.  

Әлиә ДАУЫТОВА.

 

 

 

 

Автор:Алия Даутова
Читайте нас