

Үпкәне таҙартыуҙың ябай ғына ысулы
Бының өсөн:
- ҙур булмаған имбирь тамыры;
- 2 сәй ҡалағы куркума;
- 1 литр һыу;
- 400 грамм һарымһаҡ (таҙаланған һәм туралған булырға тейеш);
- 400 грамм шәкәр.
Һыуҙы кәстрүлгә ҡойоп ҡайнатырға, ҡайнап сыҡҡас, һарымһаҡ, имбирь куркума һәм шәкәр өҫтәргә. Талғын утта ҡайнатып алғас, килеп сыҡҡан шыйыҡсаны уңайлы булған һауытҡа ҡойоп һыуытҡысҡа ҡуйырға кәрәк буласаҡ.
Һәр көн иртән торғас та 2 аш ҡалағы эсергә кәрәк.
https://vk.com/auyl_utary?z=photo-154015572_457247008%2Falbum-154015572_00%2Frev