Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
28 Октябрь 2021, 04:23

Сабыйҙарҙы харап итмәгеҙ!

Учалы юлдарында 20 бала бәләгә ҡалған

Сабыйҙарҙы харап итмәгеҙ!Сабыйҙарҙы харап итмәгеҙ!
Сабыйҙарҙы харап итмәгеҙ!

ЮХХДИ инспекторы Гөлнара Ғүмәрова йән өшөткөс статистика менән таныштырҙы: 9 айҙа Учалы юлдарында балалар ҡатнашлығында 20 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 7 сабый төрлө кимәлдә имгәнә.

 Аяныс 7 ваҡиғаға балалар пассажир булараҡ эләгә, бишәүҙе йәйәү барғанда төрттөрәләр, ике балиғ булмаған гражданды велосипедта барғанда бәрҙерә. Ә 7 осраҡта  үҫмерҙәр үҙҙәре водитель булып бәләгә ҡалалар.

Балиғ булмаған граждандарҙың юлдарҙа бәләләргә ҡалыуын иҫкәртеү өсөн Башҡортостанда, шул иҫәптән Учалы районында “Диҡҡәт – балалар!” профилактик операцияһы үткәрелә башланы. Сара 12 ноябргә тиклем дауам итәсәк.

ЮХХДИ, балиғ булмағандарҙың эштәре буынса инспекторҙары берлектә рейдар үткәрәсәк, педагогтар балаларҙы юл ҡағиҙәләре менән таныштырасаҡ. Айырыуса иғтибар балаларҙы транспортта йөрөтөү даирәһенә биреләсәк.

Ә төрлө тематик конкурстар, башҡа акциялар башлыса онлайн-режимда, интернетта үтәсәк – коронавирус ҡурҡынысы тураһында ла оноторға ярамай.

Был осорҙа юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәүгә айырыуса иғтибарлы булығыҙ инде, хөрмәтле водителдәр. Бөтә ата-әсәләр ҙә аңлатыу эшенән ситтә ҡалмаһын ине. Бәләгә тарыған һәр сабый – бәтә (бөтә!) оло кешеләрҙең намыҫында.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас