

Муса ауылында көн күргән Нәбиуллиндар алыҫ яҡтарҙан хат алып шатландылар. Ҡыуанмаҫлыҡ, ғорурланмаҫлыҡмы ни, ошо юлдар яҙылған бит:
“ Хәрмәтле Ләйсән Айса ҡыҙы һәм Илшат Әхмәҙей улы!
Часть командованиеһы улығыҙға биргән тәрбиә өсөн рәхмәт белдерә.
Улығыҙ Нәбиуллин Иҙел Илшат улы 69 647-сы хәрби часта хеҙмәт итә. Эшһөйәрлеге, яуаплығы менән командирҙар һәм хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙанды. Гвардия рядовойы И.И.Нәбиуллин маҡсатлылығы, выжданлығы, оҫталығы, иптәштәренә ҡарата хәстәрлеклеге менән айырылып тора, белем-тәжрибәһе менән йомарт уртаҡлаша.
Шундай ул үҫтергәнегеҙ өсөн часть командованиеһы ихлас рәхмәт әйтә. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ, улығыҙ артабан да бурысын намыҫлы үтәр.
Ю.Медведев, гвардия полковнигы, 37-се айырым гвардия мотоуҡсылары бригадаһы командиры “.
Бындай өлгөлө һалдаттар өлгөлө ғаиләләрҙә үҫә торған! Нәбиуллиндар ҙа тап шундайҙар. Ләйсән Айса ҡыҙы –башланғыс кластар уҡытыусыһы, Яңы Байрамғол мәктәбендә эшләй, Илшат Әхмәҙей улы –тәжрибәле водитель. Кесе ҡыҙҙары Әҙилә әле 3-сө синыфта уҡыһа, уртансы улдары Эмиль – Белорет тау-металлургия колледжы студенты. Ә Иҙел үҙе әрмегә саҡырылғанға тиклем Учалы тау-металлургия колледжын уңышлы тамамлап, механик һөнәренә эйә булып өлгөрә. Ундай егеттәр ҡайҙа ла кәм-хур булмаҫ, иҫән-һау тыуған яҡтарына ҡайтыуын көтөп ҡалабыҙ!