Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
29 Октябрь 2021, 08:20

Башҡорт (татар) теле турала теүәл әйтегеҙ!

Үҙебеҙҙең яҡташ ҡатындар бит йөрөй. Һалҡын миҙгелдә, бәләкәй генә эш хаҡына саҡрым-саҡрым ара үтәләр, кеше лә төрлөсә ҡаршылай бит инде, бәрәҙәк эттәр, холоҡһоҙ бәндәләр ҙә беҙҙә баштан ашҡан...  Берәй сәбәп менән тәү тапҡырҙан яуап ала алмаһалар, бер үк адрес буйынса ҡат-ҡат йөрөргә тура киләсәк уларға.   Мәрхәмәтле булайыҡ, йәмәғәт!

Башҡорт (татар) теле турала теүәл әйтегеҙ!Башҡорт (татар) теле турала теүәл әйтегеҙ!
Башҡорт (татар) теле турала теүәл әйтегеҙ!

Шулай итеп, 15 октябрь  Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башланды. 14 ноябрь тамамланасаҡ. Яҡынса мәғлүмәттәр 2022 йылдың апрель айында билдәле булыр, тулы күләмдә – киләһе йылдың аҙағында.

Белорет буйынса дәүләт статистикаһы бүлеге начальнигы  урынбаҫары (Учалы ҡалаһы подразделениеһында) Аида Садиҡованан һорашып белеүебеҙсә, беҙҙең районда кампания тулы күләмдә йәйелдерелгән. Барлығы махсус әҙерлек үткән 21 контролер һәм 128 иҫәпкә алыусы ал-ял белмәй эшләйҙәр әлеге көндә.

Аида Фуат ҡыҙы аңлатыуынса,  граждандар дүрт юл менән иҫәпкә алыныуы мөмкин:

-үҙаллы, “Дәүләт хеҙмәтләндереүҙәре” порталы аша. Бының өсөн теркәлгән булыуығыҙ талап ителә. Анкетаны тултырғас QR-код биреләсәк, уны иҫәпкә алыусыға күрһәтер кәрәк буласаҡ. Был алымды 8 ноябргә тиклем файҙаланырға мөмкин;

-иҫәпкә алыусы килеүен үҙ йортоғоҙҙа көтөп алыу;

-күп функциялы үҙәккә барып мәғлүмәт биреү ( шул уҡ “Дәүләт хеҙмәтләндереүҙәре” порталы аша  йә инструкторҙың стационар планшетында);

-үҙегеҙгә уңайлы иҫәпкә алыу пунктына барып мәғлүмәт биреү.

Иҫәпкә алыу участкалары адрестарын яҙып китәйек.

Учалы ҡалаһында: Чехов урамы, 17-се йорт, телефон – 8(34791) 3-34-01; Тыныслыҡ урамы , 5 (2 участка) - 8(34791)6-18-05;  Ленин урамы,27 (3 участка)– 8-917-420-24-21;  Киров урамы,7 (2 участка) - 8(34791)6-14-35; Ленин урамы,36 – 8-987-042-61-94; Горький урамы,6 (2 участка)- 8(34791)6-79-46.

Район ауылдарында: Миндәк, Гагарин урамы, 13-сө йорт, телефон - 8(34791)4-58-42;  Яңы Байрамғол, Шоссе урамы, 41 - 8(34791)4-46-17; Уральск, Гагарин урамы,3 - 8(34791)6-18-05; Иманғол, Үҙәк урам,47 -  8(34791)4-22-23; Ахун, Партизан урамы,98 - 8(34791)7-21-48; Мансур – Яр буйы урамы,11 - 8(34791)4-97-59; Илсе, Партизан урамы,6 - 8(34791)4-86-24; Комсомольск, Бөркөт-Тау урамы,43 -  8(34791)7-43-28; Учалы, Баһаүетдинов урамы, 77”а” - 8(34791)5-21-06; Учалы, Партизан урамы,16 -  8(34791)5-27-23.

Бөтә участкалар 8.00 – 20.00 сәғәттәрҙә, ял көндәрендә лә эшләйҙәр.

Кампания тураһында күп яҙһаҡ та, айырыуса  мөһим булып күренгән урындарға ентекләберәк туҡталып китәйек.

Байтаҡ кеше, иҫәпкә алыусылар өйҙән-өйгә йөрөп коронавирус йоҡтормаҫмы, тип бошона.  Кампанияла ҡатнашҡан хеҙмәткәрҙәр  төп өлөштө вакцинация үткән,  һаҡланыу сараларын теүәл үтәй, ти.  Кем теләй, ситтәрәк тороп подъезда йә саф һауала һорауҙарға яуап бирә ала. Хатта, ишек аша йә, алдан килешеп,  телефондан ғына ла бурысын үтәй ала.

Барлығы 41 һорау. Шул иҫәптән енес, йәш, гражданлыҡ, милләт, тел, белем, балалар, торлаҡ шарттары, йәшәйеш сығанаҡтары һәм башҡа.  Тулы анонимлыҡ гарантиялана, иҫәпкә алыусы исем-шәриф менән ҡыҙыҡһына  икән – быныһы ҡабат бер үк кешене һорамау өсөн генә, исемегеҙ һәм һеҙ биргән яуаптар бер документта теркәлмәйәсәк. Килем-байлыҡ, күпме аҡса алыуығыҙ тураһында конкрет  һорауҙар юҡ!

Бер кеше генә лә бөтә ғаиләһе тураһында мәғлүмәт бирә ала. 14 йәштән олораҡ үҫмерҙәр ҙә үҙаллы яуап бирергә хаҡлы. Бер ниндәй документ талап ителмәй, барыһы ла һүҙҙән генә теркәлә.  Берәйһенең, иҫәрләнеп юрамал рәүештә үҙен   ҡытай кешеһе йә, әйтәйек, биш ҡатлы хан һарайында йәшәйем, тип әйтергә мөмкинлеге  лә бар.  Әйткәнде нисектер раҫлау шарты бөтөнләй юҡ. Тик  барыһы ла  кампанияның мөһимлеген  аңлап тораларҙыр,  бер кем дә былай  тоҙһоҙланмаҫ, тип ышанабыҙ..

Учалыла ваҡытлыса булыусылар беҙҙә  иҫәпкә алына, ундайҙарға  белешмә бирелә.  Ҡайтҡас ҡайтанан килмәһендәр өсөн, был белешмәне 20 декабргә тиклем һаҡлау зарур.

Урамда береһен дә туҡтатып һорау бирә башламаясаҡтар. Тик аҫарбаҡтар (өйһөҙҙәр) генә  даими йөрөгән урындарында иҫәпкә алыныуы мөмкин. Был осраҡта кампания хеҙмәткәрен полицей оҙата барасаҡ.

 Төрлө мут әҙәмдәр баш бутап йөрөүҙән шөрләһәгеҙ, хәтерләп ҡуйығыҙ: ысын иҫәпкә алыусының мотлаҡ таныҡлығы һәм паспорты була, махсус логотип ҡуйылған жилет һәм шарф кейә, ҡулында “Росстат” яҙыуы менән портфель һәм планшет. Яуаптар фәҡәт планшетҡа (бәләкәй компьютерға) теркәлә бара.

Бар учалылар ҙа халыҡ иҫәбен  алыуҙа  аңлы рәүештә әүҙем ҡатнашыр, тигән өмөт белдерәбеҙ. Беренсенән, үҙебеҙ өсөн кәрәк бит. Был мәғлүмәттәр дәүләт бюджеты төҙөлгәндә, әһәмиәтле социаль-иҡтисади  прогаммалар әҙерләнгәндә файҙаланыла, сер түгел бит инде – кеше аҙыраҡ йәшәгән төбәктәргә аҡса ла аҙыраҡ бүленә, социаль обьекттар аҙыраҡ төҙөлә.  Ә икесенән, иҫәп алыусыларҙың хеҙмәтен ихтирам итәйексе! Үҙебеҙҙең яҡташ ҡатындар бит йөрөй. Һалҡын миҙгелдә, бәләкәй генә эш хаҡына саҡрым-саҡрым ара үтәләр, кеше лә төрлөсә ҡаршылай бит инде, бәрәҙәк эттәр, холоҡһоҙ бәндәләр ҙә беҙҙә баштан ашҡан...  Берәй сәбәп менән тәү тапҡырҙан яуап ала алмаһалар, бер үк адрес буйынса ҡат-ҡат йөрөргә тура киләсәк уларға.   Мәрхәмәтле булайыҡ, йәмәғәт!

Әйткәндәй. Милләт, туған тел, ниндәй телде йыш ҡулланыу тураһында һорауҙар байтаҡ. Көн кеүек асыҡ – РФ дәүләт теленән башҡа телдәр ул тиклем әһәмиәт уйнамай тип кампания барышында  теркәлә икән, милли тел һәм мәҙәниәткә иғтибар әҙерәк бүленә башлауы бик тә мөмкин. Шуға ла, ҡәҙерле “Яйыҡ” уҡыусылары, баларығыҙға, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә аңлатып ҡуйығыҙ: башҡорт (татар) булыуҙарынан оялмаһындар, милләтте теүәл күрһәтеү генә түгел, туған телдәребеҙҙә аралашабыҙ, тип  билдәләү ҙә үтә мөһим! Ниндәй кимәлдә белеүҙәре – икенсе мәсьәлә, һәр кемдең шәхси эше, был турала бер кем дә һорамай бит!

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас