

Үҙебеҙҙең 24-се янғын һүндереү часы “Копейск ВГСО”филиалы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә контроль-тактик күнекмә үткәрҙеләр.
Йәнәһе лә, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты “Озерный” ятҡылығының ер аҫты руднигында бәлә ҡуба: юлды ҡаплап «VOLVO-400» автомобиле яна башлай, шахтала 26 эшсе ҡалған була.
Бындай ҡазаларҙан Хоҙай үҙе һаҡлаһын, әммә ҡотҡарыусылар бар нәмәгә әҙер булырға тейештәр. Был тапҡырҙа янғын һүндереүселәр бер яҡтан ҡатмарлы объекттарҙа эш итә белеүҙәрен күрһәтһә, икенсе яҡтан – яҡшы әҙерлек үттеләр. Асыҡланған “бушаҡ урындар” тәңгәлендә әҙерлек тағын да көсәйтеләсәк, тип хәбәр ителде.
Фото Учалы район-ара надзор бүлегенең сәхифәһенән алынды –