

Мультиметр тигән приборҙы күптәр күргән дә юҡтыр. Айырыуса оло кешеләр. Ялған электрик таныҡлығы һәм ошо приборҙы тотоп, 23 йәшлек яҡташыбыҙ өйҙән-өйгә йөрөгән.
Ҡарттарҙың башын бутап, мультиметр менән шаҡ-шоҡ үлсәй ҙә, фатирығыҙҙа электр сымдары ныҡ хәүефле, янғын сығасаҡ, селтәр фильтры ҡуйырға кәрәк, ти. Был әмәлде үҙе үк һата – 7999 һумға, ә магазиндағы хаҡы – 790 һум торған була.
Өс ғаиләне алдап, 32 мең һум табыш алғас мут әҙәм тотола, суд алдына баҫтырыла. Яза итеп 50 мең һум штраф һалына (алдап алған аҡсаны пенсионерҙарға кире ҡайтарған була). Әммә хөкөм ҡайтанан ҡаралып, яза ҡатыланыуы ла ихтимал, ти.
...Был мут бәндә халыҡтың ихтыяжын яҡшы белеп тотонған. Ысынлап та, күп йорттарҙа, айырыуса ауылдарҙа, электр селтәрҙәре ныҡ иҫке. Тикшереүҙе, кәрәк икән – ысын хаҡына ремонтты, нисектер үҙәкләштерелгән рәүештә ойошторорға ине!