

Яҡташыбыҙ Арыҫлан Шәһәретдинов Ауырғазы районында хакимиәт башлығы вазифаһын башҡара тип хәбәр иткәйнек. Ошо көндәрҙә район Советы ултырышы үтте, депутаттар бер тауыштан Арыҫлан Нәзир улының кандидатураһын хупланы. А.Н.Шәһәретдинов - 1983 йылғы, сығышы менән Миндәк ауылынан, һуңғы эш урыны (2018 йылдан) - БР Башлығы хакимиәтенең муниципаль берләшмәләр менән эш итеү идаралығының баш кәңәшсеһе. Беҙ ни, Учалы район хакимиәтендә ауыл хужалығы бүлеге начальнигы (2014 йылдан) булараҡ хәтерләйбеҙ. Был вазифала ла һынатмаҫ, уңыш теләйбеҙ.