

Быйыл ике тиҫтәләп балиғ булмаған яҡташтарыбыҙ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.
-Административ хоҡуҡ боҙоуҙар, шул иҫәптән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтмәгән өсөн кеше 16 йәштән үҙаллы яуап тота, - тип аңлатма бирҙе ЮХХДИ инспекторы Гөлнара Ғүмәрова. –Был хоҡуҡ боҙоу кеше сәләмәтлегенә ауыр зыян килтерһә, үлем йә ҙур матди зыян менән тамамланһа, үҫмер 16 йәштән енәйәт яуаплылығына ла тарттырыласаҡ. Улай ғына ла түгел – айырым осраҡтарҙа бәлә сығарған үҫмер 14 йәштән дә енәйәт яуаплылығына тарттырыла.
Балиғ булмаған граждандар өсөн ата-әсәләре яуаплы. Үҫмергә 18 йәш тулғансы руль артына ултырып, юл-транспорт һәләкәтенә ғәйепле була икән, бөтә зыянды тап ата-әсәләре ҡапларға бурыслы.
Бына шулай, йәмәғәт, нығынып та бөтмәгән балаға мотоцикл-скутер алып биргәндә, автомобиль руле артына ултырыуын күрмәмеш булғанда, фәҡәт үҙегеҙгә түләнергә тура килеү ихтималы бик тә юғары ...... ә ҡайһы бер фажиғәле осраҡтарҙа донъяның бар аҡсаһын түләп тә, аҙағынан бер ни эшләп булмауы тураһында ла онотмағыҙ!