

30 октябрь иртәнге сәғәт ете тирәләрендә Учалы –Баҙарғол автоюлының 2-се километрында ( Иманғол ауылы тирәһендәрәк) “Мазда” автомобиле 47 йәшлек ҡатынды төрттөрә.
-Әлеге ваҡыт бөтә хәл-шарттар асыҡлана. Йәйәйүле иҫерек булғанлығы, ҡағиҙәләр талап иткәнсә, кейемендә яҡтылыҡ сағылдырғыс элементтар тағылмауы билдәле. Йәйәүлегә травпунктта медицина ярҙамы күрһәтелгәндән һуң өйөнә ҡайтарылды, - тип хәбәр итте ЮХХДИ инспекторы Гөлнара Ғүмәрова.
Йәйәүлеләргә лә, водителдәргә лә берсә тәртипле булыу талап ителә.