

Рәсәй Президенты иғлан иткән ял көндәре башланды. Илдәге эпидемиологик хәлде күҙ уңында тотоп, уларҙы өйҙә, яҡындарыбыҙ эргәһендә үткәрәбеҙ.
Өйҙә ни эшләмәк кәрәк, тиер ҡайһы берәүҙәр. Был төптән дөрөҫ түгел фекер. Балаларың, яҡындарың менән үткән һәр мәл ҡәҙерле. Ә ял көндәрен ғаилә менән Әмир Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһы төшөргән нәфис фильмдарҙы, йәнһүрәттәрҙе, төрлө анимация проекттарын ҡарап үткәрергә була. Бына ошо һылтанма буйынса - http://kinorb.ru/category/proekty/ инеп, йәнегеҙ теләгәнде һайлап алығыҙ ҙа ғаиләгеҙ менән матур ҙа, файҙалы ла ял итегеҙ!
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан