Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
1 Ноября 2021, 05:36

Учалы панорамалары һоҡландырғыс

 “Яндекс” системаһының “Карталар” сервисында  Учалы панорамалары ла ҡуйылды. Рудник, Учалы ауылдары ла индерелгән.

Учалы панорамалары һоҡландырғысУчалы панорамалары һоҡландырғыс
Учалы панорамалары һоҡландырғыс

Интернет ҙур ҡалаларҙың панорамаларын күптән тәҡдим итә ине, ниһайәт сират беҙҙең район үҙәгенә лә етте. Ошо арала “Яндекс” системаһының “Карталар” сервисында  Учалы панорамалары ла ҡуйылды. Рудник, Учалы ауылдары ла индерелгән.

 Был төрлө сервистар менән ҡулланмағандарға ябайса ғына аңлатайыҡ: ултыраҡтың картаһы бирелә, теләгән нөктәгә курсор менән төртһәң, шул тирәләге тирә-яҡты мониторҙа  әйләнә-әйләнә, ҙурайтып-бәләкәйтеп  ҡарарға мөмкин. Бик матур, уңайлы.  Учалы ҡалабыҙ ҡош осҡан бейеклектән иҫ киткес матур, төҙөк булып күренә икән, ә теләгең булһа, масштабты ҙурайтып,  айырым өй-автомобилдәрҙе лә ҡарарға була.

Үҙегеҙ инеп ҡарағыҙ, адресы -https://yandex.ru/maps/geo/uchaly/53071365/?from=tabbar&l=stv%2Csta&ll=59.392865%2C54.357664&source=serp_navig&z=12

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас