

Улар - «Иң яҡшы!” тигәнде “Лучше всех!” телетапшырыуында ҡатнашҡандары өсөн генә тырнаҡ эсенә алып яҙҙыҡ. Улар ысынында ла иң яҡшылар, хатта, бөтә Рәсәй кимәлендә.
Нәфис һүҙ оҫтаһы Роман Мөслимов та, карате оҫтабикәһе Дарина Хөсәйенова ла 1-се каналда ошо популяр тапшырыуҙа ҡатнашып, тамашасылар һөйөүен яулағайны. Шуға ла, юбилей сығарылышҡа йәнә Мәскәүгә саҡырылғандар, тип хәбәр ителде.
Был сығарылышты түҙемһеҙлек менән көтөп ҡалабыҙ, күҙ генә теймәһен һәләтле балаҡайҙарға!
Фотография - район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдиновтың сәхифәһенән - https://vk.com/ruslangilyazetdinov