Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
2 Ноябрь 2021, 08:58

• Татарҙар Президенттан баш тартырға теләмәй

Колумнистика

•	Татарҙар Президенттан баш тартырға теләмәй•	Татарҙар Президенттан баш тартырға теләмәй
• Татарҙар Президенттан баш тартырға теләмәй
  • РФ Президенты эргәһендә Балалар хоҡуҡтары буйынса уполномоченный (омбулдсмен) итеп 36 йәшлек Мария Львова-Белова тәғәйенләнде. Мария Алексеевна һоҡланырлыҡ кеше -үҙенең 5 балаһына өҫтәп, 4 сабыйҙы - уллыҡҡа , 13 инвалид баланы опекаға алған. Тормош иптәше – дин әһеле. Мария Алексеевна башта реабилитация үҙәге директры булып эшләй ҙә, былтырҙан – Федерация Советында Пенза өлкәһенән сенатор вазифаһын башҡарған.
  • Татарстан Дәүләт Советы депутаттары “Рәсәй Федерацияһы субъекттарында ижтимағи (публичный) власть ойошторолоуҙың дөйөм принциптары тураһында” федераль закон проектына ҡаршы тауыш биргәндәр. Улар күҙлегенән бар ғиллә – бөтә төбәк етәкселәре “башлыҡ” тип аталырға тейеш буласаҡ, ә туғандаш республика етәксеһе һаман да “президент” тип исемләнә бит. 2010 йылға тиклем бөтә республика етәкселәре лә ошолай атала ине. Закон ҡабул ителһә, исем үҙгәреүҙән тыш, губернаторҙарға (башлыҡтарға) рәттән ике тапҡырҙан күберәк тә һайланырға рөхсәт ителәсәк, ти.

  • РФ Президенты В.В.Путиндың указы менән Наталия Мариса Орейро Иглесиас Поджио Бурье ханымға, уның 9 йәшлек улына Рәсәй гражданлығы бирелде. Кем икәнлеген аңлау өсөн “Ҡырағай фәрештә” (“Дикий ангел”) тип әйтеү ҙә етер – 2000 йылдарҙа Наталия төп ролде уйнаған был Аргентина сериалы донъяла ла, Рәсәйҙә лә иҫ киткес популяр ине. Юҡ, “Ҡыйыу ҡурсаҡ” (телефильмдың тәү исеме) беҙгә йәшәргә күсеп килмәй, ошо рәүештә Рәсәйгә ихтирамын күрһәтә икән. Әлеге мәл үҙенең ватаны – Уругвайҙан тыш, Испания гражданлығына ла эйә. Даны элеккенән бер аҙ һүрелһә лә, бөгөнгө көндә лә популяр йырсы, актриса һәм йәмәғәт эшмәкәре.

  • Ошо көндәрҙә Төркиәлә «Евразия королеваһы-2021» халыҡ-ара гүзәллек конкурсы уҙғарыла. Башҡортостандан «Мисс Республика-2020» төбәк матурлыҡ конкурсы еңеүсеһе Альбина Шәйхелисламова ҡатнаша. Альбинаға 22 йәш, Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡый, ковид-госпиталдә шәфҡәт туташы булып эшләп тә өлгөрө егәрле һылыуҡай.

  • COVID-19-ға ҡаршы прививка яһатыу тураһында сертификат рәсми документ булып тора, ялған сертификат өсөн Рәсәй Енәйәт кодексының 327-се статьяһы буйынса енәйәт яуаплылығы ҡарала. Ғәйеплене ике йылға иркенән мәхрүм итеүҙәре йә иһә ике йылға мәжбүри эшкә йәлеп итеүҙәре мөмкин.Вакцинацияны раҫлаған ялған сертификатты ҡулланған өсөн дә енәйәт яуаплылығына тарттырыуҙары ихтимал. Уны һатып алып, талап ителгән ерҙә күрһәткән кешегә 80 мең һумға тиклем штраф һалыу, йәки 480 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәр, йә иһә ике йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәре, йәки бер йылға иректән мәхрүм итеү ҡаралған.

  • Рәсәй хоҡуҡ системаһында бындай хәл тәүләп булды тиҙәр. Ҡыҫҡаһы, Төмән ҡалаһында иренән айырылған ҡатын инстаграмда (социаль селтәр) элекке ире менән булышыуҙы дауам итә: йәнәһе лә, алимент түләмәй, балаларҙы ҡарашмай, торлаҡтарына ипотек түләмәй. Ир түҙә-түҙә лә, әхлаҡи зыян буйынса судҡа бирә, яла яғылыуҙы белешмә-чектар менән дәлилләй. Суд ҡарары менән ҡатын иренә 5 мең һум түләргә тейеш, быныһы исем өсөн генә булһа, иң мөһиме – сәхифәлә ысынбарлыҡтағы хәл тураһында хәбәр итеү, был яҙманы кәмендә бер тәүлек урынлаштырып тотоу йөкмәтелгән.

  • Испанияла ир менән ҡатын айырылашалар. Панда ҡушаматлы этте бүлешә алмай судҡа баралар. Судья хайуандың икеһен дә яратыуын асыҡлай ҙа, ил тарихында тәүге ҡарар сығара – “берлектә опека” башҡарырға тейештәр. Этте икәүләп аҫрай торғас, бәлки, йәнә йәрәшеп китерҙәр? Эх-х, бәғзе айырылышҡан парҙар уртаҡ балалары тураһында ла бындай хәстәрлек күрмәйҙәр.

  • Европала халыҡтың иҡтисади хәле насарлана бара, ти. Властарҙың ҡиммәтле ит ашауҙың зыяны тураһында йыш һүҙ сығара башлауы шуға тура бәйле, тип иҫәпләй эксперттар. Диетологтарҙың, ит үҙе заралы түгел, сама белмәү (шул иҫәптән йәшелсәлә!) һәм аҙыҡ-түлектә төрлөлөк етмәү заралы, тигәндәрен ишетмәмеш булалар. Кемгә нисектер, беҙгә Британияның “ BMC Medicine “ медицина баҫмаһында сыҡҡан дәлилдәр етди булып тойолманы. Иттән баш тартырға, “зыянынан” тыш 8 сәбәп килтерелә: йәшелсә осһоҙ, кулинар һәләтте камиллаштыра, яңынан-яңы тәмдәрҙе тойорға форсат бирә, һуйылған йән эйәләрен йәлләргә тура килмәй, экологияға зыян аҙыраҡ килә, тәбиғәт төрлөлөгө һаҡлана, йәшелсәселек үҫешәсәк, вегетарианецтар һеҙгә йөҙ менән бороласаҡ. Эйе, эйе, тип баш һелкәйек тә, һимеҙ ҡалья кимереүҙе дауам итәйек!

  • Тартай теленән табыр! Рәсәй йәштәре араһында ифрат популяр Өфө егете Моргештерн ( Алишер Таһир улы Вәлиев) бер интервью биргәнендә, Бөйөк Еңеү көнөн билдәләүҙең мәғәнәһе юҡ, тип әйтеп һала. Хәҙер ни, РФ Тәфтиш комитеты башлығы Александр Бастыркиндың күрһәтмәһе буйынса тикшереү бара - хәрби дан символдарын мыҫҡыллау, тип баһалана икән, енәйәт яуаплылығына тарттырылыуы ла мөмкин. Ярар ҙа, яҡташыбыҙ, ветерандарҙы ихтирам итәм, башҡа өлкәләрҙә лә ҡаҙаныштарға ирешер кәрәк ине, фекеремде дөрөҫ итеп әйтә белмәнем, тип аңлатма биреүҙе кәрәк, тип тапты аҙағынан.

 

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас