Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
4 Ноябрь 2021, 04:09

Байрам менән, дуҫтар!

Бөгөн - Халыҡтар берҙәмлеге көнө

Байрам менән, дуҫтар!Байрам менән, дуҫтар!
Байрам менән, дуҫтар!
4 ноябрь көнө рәсәйлеләр  Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләй. Был байрам Ватаныбыҙ тарихындағы данлы ваҡиға – 1612 йылда Минин һәм Пожарскийҙың халыҡ ополчениеһы тарафынан Мәскәүҙе сит ил баҫҡынсыларынан азат итеү, бойондороҡһоҙ Рәсәй дәүләтселеген тергеҙеү хөрмәтенә булдырылды.
Был байрамда  Рәсәй халҡының сағыу хәрби традицияларын таныу, уларҙың батырлығын һәм ҡаһарманлығын, дәһшәтле ҡурҡыныс килеп тыуғанда туплана белеү оҫталығын хәтерҙә тотоу зарур. Ватанды сит ил баҫҡынсыларынан һаҡлауҙа халыҡтарҙың тотороҡлолоғо, ватансылығы, үҙ-үҙен фиҙа ҡылырға әҙерлеге кеүек иң яҡшы сифаттары күтәрелде. Башҡортостан яугирҙәренең дә азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыуы тарихтың сағыу бер бите булып тора. 
 
 
Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас