Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
4 Ноябрь 2021, 04:24

"Илһам шишмәләре" конкурсына учалылар киң юл ярҙы

Гүзәл Сиражетдинованы ҡотлайбыҙ! Бер шәлкем шиғырҙарын да тәҡдим итәбеҙ.

"Илһам шишмәләре"  конкурсына учалылар киң юл ярҙы"Илһам шишмәләре"  конкурсына учалылар киң юл ярҙы
"Илһам шишмәләре" конкурсына учалылар киң юл ярҙы

Бәләбәй ҡалаһында даими ойошторолған “Илһам шишмәләре” төбәк-ара шиғриәт фестивале күптән инде, хатта, Башҡортостан сиктәрен үтте, нәфис һүҙ оҫталарының байрамына ла, бәйгеһенә лә әйләнде.
Төрлө йылдарҙа Фәнил Бүләков, Мөнир Иҡсанов, Римма Солтановалар Гран-при яуланы, тиҫтәләп яҡташ шағирҙарыбыҙ лауреат исемен алды.
Быйыл Ишмәкәй ауылынан һәләтле шағирә Гүзәл Сиражетдинова лауреат булып, ошо хөрмәтле исемлеккә исемен яҙҙы.
-Әлбиттә, бик ҙур ҡыуаныс кисерҙем.Тик ижад менән бала саҡтан шөғөлләнгәнгә, был көтөлмәгән хәл булды,
тип әйтә алмайым.Шиғырҙарыма яҡшы баһа биргән жюри ағзаларына бик ҙур рәхмәт.
Был еңеүемә бер үҙем генә лайыҡ,тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ.Миңә тәүләп шиғриәт серҙәрен өйрәткән шағирә Минзәлә апай Шөғәйеповаға,шиғырҙарымды күреп Бәләбәйҙең "Илһам шишмәләре "конкурсына ебәргән Учалы яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Римма Солтановаға һәм дә шиғырҙарымды уҡып ,мине дәртләндереп тороусы бөтә кешеләргә ҙур рәхмәт!
Хәҙер инде, лауреат исеменә тап төшөрмәй ,тырышып ижад итергә генә ҡала инде,Аллаһ бирһә”. Гүзәл Ғафар ҡыҙын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, бер шәлкем шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.

Ижад тәме

 

Буй етмәҫлек шырлыҡ эстәрендә

Ҡалған кеүек үлән сабылмай

Әйтмәй тороп ҡалған һүҙҙәр була,

Була һүҙҙәр.

Ҡала яҙылмай.

 

Миҙгелдәрҙең ҡыҙыу айҙарында

Хуш еҫ бөрккән мәлдә бар ҡырҙар,

Салғы сыңдарына бер ҡушылып

Йырламаған кеше бер йырлар.

 

Маңлайымдан тирҙәр аҡҡан саҡта

Салғы йөҙөн ҡат -ҡат яныуҙар,

Күңелемдән моңдар тамған саҡта

Йөрәгемде ҡырҡҡа ярыуҙар,

 

Булды инде,булды,ҡара янып

Күбәләрҙе ҡат -ҡат ипләгән.

Ҡайһы шиғыр ҡойоп ҡуйған һымаҡ,

Ҡайһы шиғыр ыҡҡа килмәгән.

 

Күбәләр ҙә күбәйгәндәр икән,

Бар әле бар,кәбән ҡояһы.

Үҙәгенә тоҙҙар һибә -һибә

Ижадымдың тәмен тояһы.

****

 

Йәйғор күперенең төҫтәреләй

Ҡулдарымда ете ҡәләмем,

Ете ҡәләм яҙа кемуҙарҙан

Был донъяға һөйөү сәләмем.

 

Әйҙә,яҙһын!

Яҙһын,бер дөрләгәс

Илһам алып ижад утымдан.

Ете тажлы Урал ҡурайынан

Тамған моңдар

Тамһын йырымдан.

 

Мөғжизәләр юҡ,тип,әйтәһеңме,

Ҡәләмдәрем аҡҡа тейеүгә:

Әйләнә лә башҡорт ҡыҙҙарына

«Ете ҡыҙ»ҙы төшә бейергә.

 

Тәүлегемдең һәр бер мәлендә лә

Ҡәләмдәрем алға эйелгән.

Күңелемдә улар балҡып яна,

Балҡығандай күктә Етегән!

*****

Был донъялар

 

Һары бәпкә белмәйҙер ҙә әле

Йәмле йәйҙең һыуҙай аҡҡанын.

Ерҙе тәүге ҡарҙар ҡаплағас та

Һуңғы тапҡыр ҡанат ҡаҡҡанын.

 

Һыуға сумалар ҙа

Сыр -сыу килеп

Тотоналар йәшел ләмдәргә.

Уларға тик кәрәк һутлы үлән,

Һыйыналар йылы мәлдәргә.

 

Кешеләр ҙә ошо ҡоштар һымаҡ

Киләсәген алдан белмәй ҙә.

Тик үҙенең етди күҙлегенән

Тормош матурлығын күрмәй ҙә.

 

Ғәжәп инде,ғәжәп

Был донъялар

Беҙҙән генә тороп ҡалмайҙыр.

Мәңгелектең оло һорауҙары

Кемде генә уйға һалмайҙыр.

****

Ямғыр,яу!

 

Эх,күктәргә етер баҫҡыс булһа!

Яҡшы көтөүселәй һайт -һайтлап,

Мин өйөрөр инем болоттарҙы,

Яуын болоттарын тик һайлап.

 

Зәңгәр күктәр тертләп китһәләр ҙә

Шартлап торған утлы ҡамсынан,

Һарғайышҡан тауҙар башын ҡағыр

Ергә тамған тәүге тамсынан.

 

Был мәлдәрҙе көтә сәскәләр ҙә,

Был мәлдәрҙе көтә еләктәр.

Тағы ниндәй һүҙҙәр әйтергә һуң,

Ҡабул булһын өсөн теләктәр.

 

Бар ғаләмде үҙ ҡулында тотҡан

Хужалары уның башҡа шул.

Ул теләһә күктән ямғыр яуыр,

Ул теләһә таштар яуыр.

Шул.

 

Бәпембәләр

 

Бәпембәләр

Ҡояш нурҙарылай

Әле генә һары инеләр.

Ни арала алтын тәңкәләрен

Көмөштәргә отҡан

Тилеләр…

 

Бала саҡта әхирәттәр менән

Уйнай инек:

Әбей,бабаймы?

Хәҙер беҙ ҙә ҡартаябыҙ инде,

Ваҡыт еле шулай тараймы?

 

Сал бәпембә кинәт иҫкән елгә

Оса -оса…

Яҡты нур һибеп.

Туҡтап ҡалам бер аҙ яндарында

Күңелемә яҡшы уй килеп:

 

Ниндәй бәхет!

Бөтә балалар ҙа

Наҙланышып көнгә үҫһәләр.

Ап -аҡ сәсле әбей -бабай булып

Оҙон ғүмер юлы үтһәләр.

*****

Тыуған ауылыма

 

Был ауылға нигеҙ һалған кеше

Иң -иң матур ерҙе һайлаған.

Һайлаған да

Ғорур тауҙарынан

Ҡараштарын ала алмаған.

 

Шулай булмай

Ауылымдың күрке

Олотауы ғына ни тора!

Ышанмаһаң һәр бер ауылдаштан,

Килгән ҡунаҡтарҙан һин һора.

 

Шул тауҙарҙа болан балаһылай

Елеп кенә үтте бала саҡ.

Биҙрә -биҙрә алған емештәрҙәй

Яҡты хәтирәләр бер ҡосаҡ.

 

Беҙ тауҙарҙан.

Тауҙар араһында

Ята минең тыуған ауылым.

Ауыл уртаһынан кескәй йылға,

Бер яҡ ситтә аға Яйығым.

******

Әйтер һүҙем

 

Тап -таҙа күк.

Йәйге томраларҙа

Ял иткәндәй тора ул ойоп.

Бына ғәжәп:

Бер яҡ ситтә генә

Ап -аҡ ҡаурый һымаҡ

Аҡ болот.

 

Гүйә,күктәр миңә ымлағандай:

Яҙһаңсы бер шиғыр ултырып.

Асылғанда асман иркенлеге

Бөтә ғаләм битен тултырып.

Гүзәл Сиражетдинова

Ямғырҙар

 

Аллаһының мәрхәмәте менән

Бар тәбиғәт иркен тын алды.

Тып -тып тамған ямғыр тамсылары

Йөрәктәргә бөтмәҫ наҙ һалды.

 

Балдай татлы хуш еҫтәре менән

Үпкәләргә тулды һауалар.

Шифа ямғыр ергә ҡағылыуға

Бөтәшкәндәй булды яралар.

 

Тапҡан алтындарҙан ҡиммәтерәк

Күктән һорап алған ямғырҙар.

Беҙгә икмәк кәрәк.

Алтындары

Ерҙең ҡуйынында ятһындар.

*****

 

Ҡуйыра ла китә һауалары

Болоттарға -болот тоташып.

Күңелдәре нескә ҡатын -ҡыҙҙай

Зәңгәр күктәр тора тулышып.

 

Бына тағы ҡояш күренде лә

Көлтә -көлтә нурҙар түгелде.

Кешене лә тормош ҡыуанысы,

Шатлыҡтары тарта түгелме?

 

Ваҡытында яуған ямғыры ла,

Ҡайнар ҡояшы ла бик кәрәк.

Көлһөн,әйҙә,хатта илаһын да,

Тик тынмаһын ғына был йөрәк.

 

Минут ҡына түгел,

Секунд һайын,

Эйәрмәй ҙә ҡала күҙҙәрең,

Нәҡ тә беҙҙең үткән ғүмерҙәрҙәй

Зәңгәр күктәр тора үҙгәреп…

*****

Салауатҡа

 

Эй,Салауат!

Һин ҡабыҙған осҡон

Йөрәктәрҙә әле һүнмәгән.

Юш килмәне дошман юрауҙары,

Һуңғы башҡорт әле үлмәгән.

 

Тере әле,тере

Башҡорттарың,

Кәрәк икән керә уттарға.

Бер дөрләгәс уның яугир рухы

Теләге юҡ һис тә туҡтарға.

 

Нисә йылдар

Үҙ халҡыңа ҡарап

Ғорур һының юҡҡа торманы.

Рәхмәт һиңә,рәхмәт

Булған өсөн,

Илкәйемдең батыр уланы!

*****

 

Өлөш

 

Тормош тигән даръяларҙа

Йә ҡалҡындым,йә мин баттым.

Юлдарымда алтын түгел,

Ябай ғына ҡауырый таптым.

 

Хистәремә ҡағыла ла

Илһамланып яҙа -яҙа.

Булдымы ул миңә бәхет,

Булды мәллә миңә яза?

 

Улай тиһәң,урын алған

Өҫтәлемдең иң түренән.

Өйөрөлөп төшкән бит ул

Асмандарҙың нәҡ үҙенән.

 

Ҡырҡ мәртәбә уҙғанда ла

Ҡаурыйыма ҡарап йөрөш.

Китмәҫ өсөн килгәндер шул –

Өлөшөмә төшкән көмөш.

*****

 

Йүгәнемде тотоп юлға сығам

Ҡайтарырға илһам атымды.

Үтә алһа ғына ярар ине

Заман йырып киткән ағымды.

 

Уйламаным да ул

Бер көн килеп

Тарырмын,тип,шундай бәләгә.

Илһам атым ҡасып киткәйне шул,

Ил ҡайғыһы һуҡҡас бәкәлгә.

 

Ишеткәндәй моңло тауышҡайын

Урман -ҡырҙар буйлап эҙләйем.

Ҡараштарым зәңгәр күкте байҡай

Табалмайса ерҙә эҙҙәрен.

 

Тап булһағыҙ илһам атҡайыма,

Ҡайырығыҙ минең яғыма…

Танырһығыҙ әле,

Маңлайына

Һөйөү тамғалары яҙылған.

Башҡа телде талап итмәгеҙ

 

Хаҡлымындыр,тием

Бар ерҙә лә

Тик башҡортса ғына һөйләшәм.

Үҙ телемдән һис тә тартынмайса

Һаумыһығыҙ,тиеп,өндәшәм.

 

Мин башҡортмон

Бар булмышым менән

Аңым ҡабул итмәй сит телде.

Үҙ телемдә генә матур итеп

Әйтә алам йөрәк хисемде.

 

Шулай булғас

Күңелдәрҙе үртәп

Башҡа телде талап итмәгеҙ.

Мин башҡортса ғына һөйләшермен,

Башҡа телде минән көтмәгеҙ!

*****

Башҡорт теле

 

Яңғыраһын йортта башҡорт теле,

Башҡорт рухы булһын күңелдә.

Затым башҡорт,тиеп,өндәшкәндә

Ғорур нурҙар янһын йөҙөңдә.

 

Ата -әсә ғәзиз балаһына

Үҙ халҡының йырын йырлаһын.

Сәңгелдәктә ойоп ятҡан бала

Туған телен аңлап йылмайһын.

 

Һаумыһығыҙ!тиеп,саф башҡортса

Килеп инһен өйгә ейәндәр.

Сит тарафҡа сығып йөрөгәндә

Милләт йөҙөн асһын исемдәр!

*****

 

Сал быуаттың алыҫ тындары

 

Ишетелһә ат кешнәүе менән

Ҡыңғырауҙың моңло сыңдары,

Күңелемә килеп ҡағылғандай

Сал быуаттың алыҫ тындары.

 

Боронғонан ҡалған йомшаҡ юлдар

Ауырттырмай аттар т

Әбей батша юлы әле лә бар:

Ата -бабам рухын тоямын.

 

Борма -борма ғына шул юлдарҙы

Кеше яҙмышына оҡшатам:

Күҙ алдынан берәм -берәм уҙған

Тарих арбаларын оҙатам.

 

...Сәфәрҙәргә бөгөн сыҡҡан саҡта

Көҙгөләрҙәй генә тигеҙ юл.

Тик шулай ҙа тарта ҡараштарҙы

Ситтә ятып ҡалған ҡара юл.

*****

 

Әрем

 

Кеше ҡарашынан алыҫыраҡ

Әрем үҫә кәртә ситендә.

Ишеткәйнем,имеш,яуыз вирус

Шул үләндән артҡа сигенә.

 

Бына әле минең ҡулдарымда

Мөлдөрәмә тормош кәсәһе.

Уртлап ҡына ҡуям

Әрем түгел

Күңелдәрҙә заман әсеһе.

Гүзәл Сиражетдинова

 

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас