

Вилданов Урал Сәлим улы (4 ноябрь 1956 йыл) — ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2010 йылдан Башҡорт дәүләт университеты социология факультетының социаль хеҙмәт кафедраһы мөдире. Философия фәндәре докторы (2000), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2012).
Урал Сәлим улы Вилданов 1956 йылдың 4 ноябрендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Учалы районының Илсе ауылында күп балалы ғаиләлә баш бала булып донъяға килгән. Урта белемде тыуған ауылы мәктәбендә ала. 1975—1977 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. 1978—1983 йылдарҙа Урал дәүләт университетының (хәҙер Рәсәйҙең беренсе Президенты Б. Н. Ельцин исемендәге Урал федераль университеты) философия факультетенда белем ала.
Хеҙмәт юлын 1983 йылда Башҡорт дәүләт университетының философия кафедраһында ассистент булып башлай. 1985—1988 йылдарҙа Өфө авиация институтының философия кафедраһының аспирантураһында уҡый һәм 1988 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлағандан һуң (фәнни етәксеһе академик, профессор Фәйзуллин Фәнил Сәйет улы), шул уҡ кафедрала эшкә ҡалдырыла.
Өйләнгән, өс бала атаһы.
Ниндәй ҡатмарлы даирәләрҙә эш итеүен күҙ алдына килтереү өсөн доктор диссертацияһының исемен генә атау ҙа етерҙер -«Феномен мыслителя: гносеологический анализ трансцендентальной субъективности» .