

Башҡортостанда уҡыусылар өсөн мәктәп каникулдары 14 ноябргә тиклем оҙайтылды. Республиканың Мәғариф министрлығы хәбәр итеүенсә, был хаҡта яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәш буйынса оператив штаб ултырышында хәбәр ителгән.
Тимәк, мәктәпкә балалар 8 ноябрь түгел, ә 14 ноябрҙә генә уҡыуға бара. БР-ҙың Мәғариф министрлығы иҫкә төшөрөүөнсә, былтыр, мәҫәлән, уҡыусылар өс аҙна рәттән ял иткән булған һәм был уҡыу планының артта ҡалыуына килтермәгән.
Ә бына балалар баҡсалары 8 ноябрҙән штаттағы режимда эшләй башлай.
Республикалағы колледждар, юғары уҡыу йорттары һәм өҫтәмә белем биреү учреждениелары 8 ноябрҙән дистанцион уҡыуға күсә.
Ололар өсөн индерелгән каникулдар иһә оҙайтылмай, эшләүсе халыҡ 8 ноябрҙән эшкә сыға.
Фото Твиттерҙан