Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
5 Ноябрь 2021, 10:26

"Моңдар иле - Комсомол".

Төркөмдәшебеҙ Рамай Ҡаһирҙың ижадынан

"Моңдар иле - Комсомол"."Моңдар иле - Комсомол".
"Моңдар иле - Комсомол".

Ҡөҙрәттәрең һинең мул.

Юлға сыҡтым. Оҙатып ҡалды
Моңдар иле - Комсомол.
Инәй әйтте: " Балаҡайым,
Имен йөрө, сабыр бул!"
Ҙур ер шарын урап сыҡтым,
Ауыр булды барыр юл.
Упҡындарға ҡолағанда, -
Кемдер тотто, бары шул...
Иһ, Аллаһым! Ярлыҡасы,
Ҡөҙрәттәрең һинең мул.
Ауырыуҙан халыҡ ҡырыла,
Зинһар, мәрхәмәтле бул!
Донъя үҙгәрмәгән төҫлө,
Шул уҡ йорттар, халыҡ шул.
Аҡ ҡайындар ҡосағында -
Бөркөт тау һәм Комсомол.
Тормош һынауҙар ебәрә,
Түҙсе халҡым, сабыр бул.
...Хоҙай Тәғәләгә һыйын, -
Ҡөҙрәттәре уның мул!

 

Рамай Ҡаһир, https://vk.com/id470811619

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас