Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
8 Ноябрь 2021, 10:55

Документ ғәмәлдә ҡала

Прививка эшләткән граждандар “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында QR-кодтарҙың яраҡлылыҡ ваҡыты бер йылдан 6 айға тиклем кәметеп яҙылыуын күреп аптырашта ҡалды.

Документ ғәмәлдә ҡалаДокумент ғәмәлдә ҡала
Документ ғәмәлдә ҡала

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы порталында хәбәр ителеүенсә, 8 ноябрҙән ковидтан вакцина эшләтеү йәки сир кисереп үткәреү тураһында документ рус һәм инглиз телдәрендә, ҡағыҙ һәм электрон формала буласаҡ.

Сертификат вакцианаланыу тамамланғандан һуң өс көн дауамында автоматик рәүештә формалаша. Ә беренсел компонент индерелеү тураһында мәғлүмәттәр "Дәүләт хеҙмәттәре" порталының мәғлүмәттәр ресурсына ҡуйыласаҡ. Приказ үҙ көсөнә ингәнсе тултырылған сертификаттар 2022 йылдың 1 мартына тиклем автоматик рәүештә үҙгәртелеп эшләнәсәк.

Граждандар сертификаттың ҡағыҙ вариантын да ала ала, бының өсөн үҙаллы МФЦ-ға мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Бынан тыш, прививка эшләткән граждандар кисә “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында QR-кодтарҙың яраҡлылыҡ ваҡыты бер йылдан 6 айға тиклем кәметеп яҙылыуын күреп аптырашта ҡалғайны. Был хәлгә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тиҙ арала аңлатма бирә һалды: “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында техник эштәр башҡарылыу арҡаһында яңылышлыҡтар киткән. Тиҙ арала был етешһеҙлектәр бөтөрөлә, QR-кодтар  тәртипкә килтерелә”. Тимәк, алдан бирелгән документтар ғәмәлдә ҡала тигән һүҙ.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас