

Мәскәүҙә эш сәфәре менән АҠШ Үҙәк разведка идаралығы (ЦРУ) башлығы Уильям Бернс булып ҡайтты. Ысынында һөйләшеү ни турала барғандыр, эксперттар фаразы буйынса, яман дан тотҡан учреждение етәксеһен, Рәсәй ғәскәрҙәре Украина сиктәре янында туплана башлауы борсой, ти. РФ Сит ил эштәре министрлығы, бындай хәбәрҙәр – уйҙырма, тип белдереү яһауы тынысландырмағандыр инде күрәһең. Подразделениеләр күсерелеү “Көнбайыш-2021” күнкмәләренән һуң передислокация менән дә аңлатырлыҡтыр. Нисек кенә булмаһын, аҙағы хәйерле булһын инде, украин сәйәсмәндәре ҡотора, тип бер ҙә хәрби конфликттарға тарырға теләк юҡ.
Украина сәйәсмәндәре клоундарҙан да арттырып мәрәкәләр ойоштора. Билдәле артист Максим Галкин да “Украинаның милли именлегенә ҡурҡыныс килтереүсе шәхестәр “ исемлегенә индерелде, тип хәбәр ителде. Балалар ҡатнашлығында “Бөтәһенән дә яҡшыраҡ!” телевидение тапшырыуы менән айырыуса халыҡ һөйөүе яулаған нәфис һүҙ оҫтаһынан ниңә өрөкргә булып киткәндәрҙер – был турала хәбәр ителмәй. Ҡурҡҡанға ҡуш күренеү түгел инде был.
Америкала пенсия системаһы ҡатмарлы булғас, теүәл аңлатыуы ла ҡыйын, ләкин уртаса алғанда, 65-67 йәштә хаҡлы ялға сығалар. Шул уҡ ваҡытта 62 йәштән дә пенсияға сығырға мөмкин икән. Был осраҡта пенсия кәмерәк буласаҡ, ни бары 1130 доллар, беҙҙең аҡсаға – 80 мең һум. Тәғәйен ваҡытҡа тиклем түҙһә, социаль страховка пенсияһы буйынса ғына (төрлө тупланмаларҙан тыш) айына 1437 доллар алыр ине – 102 мең һум. Бөтә донъяла пенсияға һуң сығалар, тип йыш әйтелә, әммә соҡона башлаһаң, хәлдәре беҙҙекенән икенсерәк икән шул!
Афғанстан халҡы заманында Советтар Союзының эскерһеҙ ярҙамын ҡабул итмәүгә үҙҙәре лә үкенәлер хәҙер. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, әлеге мәл ил кешеләренең яртыһынан ашыуы аслы-туҡлы көн күрә. Ошо арҡала аяныс хәлдәр ҙә йышайған. Бер ғаилә 9 йәшлек ҡыҙҙарын 55 йәшлек иргә ҡатынлыҡҡа һатырға мәжбүр булған, ти, ә бынан алдараҡ – 12 йәшлек “артыҡ тамаҡ” ҡыҙҙарынан ошо рәүештә ҡотолалар. Шөкөр, йәмәғәтселек ҡыҙыҡһына башлағас, телгә алынған 55 йәшлек ир, ҡатынлыҡҡа алманым, үҙемдең ҡыҙ кеүек үҫтерәсәкмен, тип аңлатҡан. Әммә нисек кенә булмаһын, ата-әсәләр балаларын аҫрай алмауы донъяла иң аяныслы күренештәрҙең береһелер! Әйткәндәй, 12 йәшлек Парвана Малик өсөн 2,2 мең долларлыҡ һарыҡтар, ер һәм ҡулаҡса түләнә, беҙҙең аҡсаға 160 мең һум тирәһе.
Коста-Рика – Үҙәк Америкала бәләкәй генә дәүләт, халыҡ һаны беҙҙең Башҡортостандан да әллә ни ары китмәгән – 5 миллион самаһы. Әммә тап Коста-Рика донъяла беренсе булып 5-11 йәшлек балаларға ла мотлаҡ ковидҡа ҡаршы вакцинация алымын индерә алды. 12-19 йәшлек үҫмерҙәрҙең 73 процентын вакинациялап өлгөргөндәр ҙә инде.
Еврей автоном округының Облучье ҡалаһы һәм Пашково ҡасабаһында 26 ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәре эштән китеү тураһында ғаризалар яҙа – үҙҙәренә вакцинация яһатыу талабына үпкәләйҙәр, йәнәһе лә, ауырыуҙар менән бәйләнештә эшләгәс, уларҙың былай ҙа иммунитеттары көслө. Медицина хеҙмәткәрҙәре башҡа халыҡҡа бик насар өлгө күрһәтә!. Әйткәндәй, арттарынан бер кем дә, ҡалығыҙ, ҡалығыҙ, зинһар өсөн, тип инәлеп килмәгәс, ғаризаларын кире алғандар, тип хәбәр ителде. Хәҙер яңы эш табыуы ла анһат түгел бит инде! Ниңә шул тиклем киреләләнгәндәрҙер инде – аңлашылмай. Миллион-миллион ватандаштарыбыҙ укол яһатты, файҙаһынан башҡа зыян күргән юҡ әле!
Яңы ғына Стәрлетамаҡ мэры вазифаһын биләгән Владимир Куликов ковид эҙемтәләренән вафат булды. Башҡортостанда яңы инфекция ҡорбанына әйләнгән 3-сө муниципалитет башлығы ул ( былтыр – Өфө мэры Өлфәт Мостафин, быйыл яҙ – 33 йәшлек Асҡын районы башлығы Ришат Дихин вафат булғандар ине). Бына шулай, коронавирус йәшен дә, олоһон да, дәрәжәле-ябайын да айырмай һәм аямай... Вакцина ҡуйҙырығыҙ һәм һаҡланығыҙ!
Төньяҡ Осетияла 105 йәшендә Тимофей Марзоев баҡыйлыҡҡа күсте. Рәсәй Рекордтар китабы буйынса илебеҙҙә иң оло Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине. Тимофей Георгиевич Кавказды, Украинаны,Румынияны, Болгарияны, Югославияны, Австрияны фашистарҙан азат иткән совет һалдаты. Олоғайған көнөндә генә бик йәмһеҙ күренеш булған – ниндәйҙер ҡәбәхәттәр бөтә хәрби наградаларын урлайҙар. Бурҙар тотолмағас, ярай ҙа миҙал-ордендары ҡайтанан бирелгән. Нишләйһең инде, хөрмәтле ветерандар көндән-көн һирәгәйә бара, йәндәре йәннәттә булһын.
Башҡортостандан АҠШ-ҡа 11 тоннанан ашыуыраҡ алты партия башҡорт балы ебәрелде. Оҙатыр алдынан уның бөтә партияларын Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы тикшерҙе.АҠШ Рәсәй балын күпләп һатып алыусыларҙың береһе булып тора, уҙған йылдарҙа Башҡортостандан да бал оҙатылды.«Татлы ризыҡ Бремен ҡалаһының (Германия) Quality Services International GmbH халыҡ-ара лабораторияһында тулыһынса тикшерелде, ул импортер илдең талаптарына тап килә», — тип тә хәбәр ителде.