

Ришат Хәжиәхмәтов Илтабан ауылында тыуып үҫә. Мәктәпте тамамлау менән ул әрмегә алына. Хәрби хеҙмәтте Мәскәү өлкәһендә стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә үтә. 2007 йылда ҡайтыу менән ҡайҙа эшкә барырға тигән һорау тормай, шунда уҡ ЮХХДИ-ға эшкә килә. Башҡорт иҡтисад колледжын тамамлағандан һуң Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтын ситтән тороп тамамлай. Әлеге көнгә тиклем өлкән лейтенат дәрәжәһендә юл-патруль хеҙмәте инспекторы булып хеҙмәт итә. Ғаиләле, ике бала үҫтерә.
Юлай Ильясов Ишимбай районы егете. Уҡыуын тамамлағас, Бөрө ҡалаһында эшләй. Бер аҙ ваҡыт эшләгәндән һуң әрмегә саҡырыла. Приморск крайында сик һаҡсыһы булып хеҙмәтен үтәй. 2005 йылда хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Бөрө ҡалаһында полиция хеҙмәтенә эшкә урынлаша. 2006 йылда Учалыға килә һәм патруль-пост хеҙмәтендә эшен дауам итә. 12 йыл эшләгәндән һуң юл-патруль хеҙмәте инспекторы булып күсә. Юлай Мөҙәрис улына эш сәфәре менән алты тапҡыр Чечен республикаһына ла барырға тура килә. Лейтенант Ильясов өлгөлө ғаилә башлығы һәм күп балалы атай ҙа. Ғайсар улы - етенсе, Кинйә - алтынсы, Ирхан дүртенсе класта уҡыһа, Уралиә менән Самат балалар баҡсаһына йөрөйҙәр.
Булыр бала - биләүҙән, тиҙәр Айнур кеүек егеттәр тураһында. Миндәк ҡасабаһы егете Айнур Шакиров бәләкәйҙән уҡыуҙа ла һынатмай, спорт менән дә дуҫ була. Физик яҡтан ныҡ булып үҫеүе хеҙмәт иткәндә ярҙам итә. Хәрби бурысын Төньяҡ Осетия республикаһының Моздок ҡалаһында үтәргә тура килә. 2006 йылда демобилизацияланғас, атаһының теләге буйынса юл-патруль хеҙмәте инспекторы булып эшкә урынлаша. Дүрт йыл эшләгәндән һуң, 2010 йылда Эске эштәр министрлығы мәктәбенә ситтән тороп уҡырға керә. Айнур Шамил улы ғаиләле, тормош иптәше менән өс ҡыҙ үҫтерәләр. Әлеге көндә юл-патруль хеҙмәте инспекторынан участковый булып күскән.