

«Ағымдағы йылда эскән водителдәрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуы сәбәпле 256 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, һөҙөмтәлә 54 кеше һәләк булған, 338-һе йәрәхәтләнгән. Иҫерек водителдәр ҡатнашлығындағы аварияларҙың күпселеге Өфөлә (61 юл-транспорт ваҡиғаһы), Баймаҡ (12), Белорет (10), Туймазы (9), Ишембай (8) райондарында, шулай уҡ Сибайҙа, Октябрьскийҙа, Дыуан, Яңауыл райондарында (7-шәр осраҡ) булған», — тип хәбәр итте Владимир Севастьянов.
Уның һүҙҙәренсә, үлемесле аварияларҙың төп сәбәбе – автомобилдәрҙең бәрелешеүе һәм йәйәүлеләрҙе тапатыу. Республиканың автомобиль юлдарында юл-транспорт ваҡиғаларын кәметеү өсөн авариялар йыш теркәлгән урындарҙы асыҡлайҙар. Һәр осраҡта светофорҙар, билдәләр, ҡоймалар ҡуйыу, юл япмаһын ремонтлау, билдәләр һыҙыу кеүек комплекслы ҡарарҙар ҡабул ителә.
2021 йылдың туғыҙ айы йомғаҡтары буйынса, Башҡортостанда бөтәһе 2 716 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Уларҙа 353 кешенең ғүмере өҙөлгән, ә 3 302-һе төрлө дәрәжәләге йәрәхәттәр алған.
"Башинформ"
https://bash.bashinform.ru/news/social/2021-11-10/bash-ortostan-buyynsa-yuhhdi-la-i-erek-yul-transport-va-i-alary-yysh-terk-lg-n-ala-rayondar-y-ytep-ttel-r-2577620