

Полиция хеҙмәте - көслө, ҡоростай характерлы, сыҙамлы ысын ир-егеттәр өсөн генә. Был һөнәрҙе аҡса хаҡына ла, маҡтаулы исемдәр һәм наградалар өсөн дә түгел, ә йөрәк ҡушыуы буйынса һайлайҙарҙыр ул.
Оҙаҡ йылдар буйы намыҫлы хеҙмәт итеп, эшендә юғары һөҙөмтәләргә ирешкән, енәйәтселеккә ҡаршы аяуһыҙ көрәш алып барған һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлау эшенә үҙ өлөшөн индергән егеттәрҙең береһе - полицияның патруль-пост хеҙмәтенең айырым взвод командиры, полиция прапорщигы Эдуард Федорович Петров.
"Хеҙмәт юлына баҫҡаны бирле Эдуард Федорович үҙенә йөкмәтелгән вазифаны намыҫ һәм ҙур яуаплылыҡ менән башҡара, эш һөйөүсән. Уның үҙ-үҙенә үтә талапсанлығы, белем һәм физик яҡтан үҫергә, камиллашырға көслө ынтылышы һоҡландыра, ул бер ҡасан да ваҡыт менән иҫәпләшмәй торған егет”, - ти уның хаҡында полиция етәкселеге.
Полиция хеҙмәтенә ғүмеренең 13 йылын арнағанына бер ҙә үкенмәй ул. 2003 йылда мәктәпте тамамлау менән Белорет медицина училищеһына уҡырға керһә лә, хәрби бурысын үтәү маҡсатында уҡыуын ташлап, әрмегә китә. Һауа-десант ғәскәрҙәрендә өс йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡас, полицияның патруль-пост хеҙмәтенә эшкә урынлаша.
-Олатайымдың атаһы ла заманында хәрби офицер булған. Бер туған ҡустым Тимур ҙа Кавказда һигеҙенсе йыл контракт буйынса хеҙмәт итә. Миңә лә эш сәфәре менән дүрт тапҡыр Төньяҡ Кавказда булырға тура килде. Полиция хеҙмәте еңелдәрҙән түгел, әлбиттә. Ул һәр хеҙмәткәрҙән ныҡлы характер, үҙ-үҙеңә талапсан булыуҙы теләй. Енәйәткә юл ҡуймау, йәмәғәт тәртибен һаҡлау, закон боҙоуҙы иҫкәртеү өсөн тырышырға, күп көс һалырға тура килә. Эшем бик оҡшай, бер ҙә үкенмәйем был һөнәрҙе һайлауыма. Яратҡан эш ялҡытмай бит ул, - ти әңгәмәсем.
- Полицияла хеҙмәт итеү беҙҙең хеҙмәткәрҙәрҙән ҙур яуаплылыҡ талап итә. Ҡайһы бер осраҡта тәүлек әйләнәһенә өйгә ҡайтмаған ваҡыттар була. Һәр көн дә бер төрлө булмай. Ҡайһы ваҡыт көнөбөҙ тыныс уҙа, иртәндән алып мәж килеүҙәр ҙә булғылай. Йома, ял көндәре һәм төнөн эш күберәк эләгә. Әммә беҙ быға күнеккәнбеҙ, зарланмайбыҙ. Полицияның патруль-пост хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре, ысын мәғәнәһендә, тәртип һағында торған урам геройҙары улар. Биләмәләрҙе патрулләү - яуаплы хеҙмәт. Бер ҙур сара ла беҙҙән, "ППС-ник"тарҙан, башҡа үтмәй, - тип хәҙмәттәре тураһында бәйән итте Эдуард Петров.
Еңел булмаған эштә яҡын кешеләреңдең ярҙамы бик кәрәк. Яратҡан, уның ябай булмаған хеҙмәтенә һәр саҡ аңлап ҡараған ҡатыны Юлиә Ғәлләм ҡыҙының рухи ярҙамы һайлаған һөнәренә тоғро ҡалырға ярҙам итә. Петровтар Арина исемле ҡыҙ һәм Эльбрус исемле ул тәрбиәләйҙәр.
-Беҙҙең эште аңлап ҡабул иткән ғаиләләребеҙгә, туғандарыбыҙға, яҡындарыбыҙға рәхмәт белдергем килә. Хеҙмәттәштәремде һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, бәхет, халыҡ именлеге хаҡына булған эшебеҙҙә уңыштар теләйем.
Эйе, полиция хеҙмәте уяулыҡты, тилберлекте, үҙ һөнәреңә тоғролоҡто ярата. Намыҫлы хеҙмәте менән коллективында абруй яулаған Эдуард Петровҡа тап ошо сифаттар хас. Әйткәндәй, исем-шәрифе Эдуард Федорович булһа ла, башҡорт телен һыу кеүек эсә, үҙен саф башҡорт итеп һанай.