

Өфөнөң Киров районы суды 9 ноябрҙә Йәрмәкәй районы кешеһенә ҡарата «ваҡ хулиганлыҡ» статьяһында билдәләнгән административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эште ҡараны.
Судтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ир Салауат Юлаев һәйкәленең өҫтөнә менеп баҫҡан да ҡулдарын һелтәй-һелтәй әшәке итеп һүгенә башлаған, киҫәтеүҙәргә иғтибар итмәгән. Ул үҙенең ҡылығы менән йәмәғәт тәртибен һәм граждандарҙың тыныслығын боҙған.
Суд уны ғәйепле тип таныған һәм 1000 һум күләмендә штраф рәүешендә административ яза тәғәйенләгән.