+22 °С
Ямғыр


Кәләш, һиңә илле биш!
Һин - шундай һылыу, матурһың
Кәләш, һиңә илле биш!
Тормош дәрестәрең өсөн, -
Ҡуям һиңә елле " 5 " !
Йылы, наҙлы ҡараштарың
Ҡыуандыра иртән - кис.
Йәшә йөрәк түрҙәремдә, -
Һүрелмәһен һөйөү - хис!
Һин - һаман ҡыҙҙар кеүекһең,
Ҡартая белмәйһең һис.
Һөйөү дәрестәрең өсөн
Ҡуям һиңә елле " 5 " !
Һылыу ҡыҙҙар кеүекһең һин,
Сағыу сәскәләргә иш.
...Тыуған көнөң ҡотло булһын, -
Кәләш, һиңә илле биш!
Рамай Ҡаһир, https://vk.com/id470811619