

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан “Уңыш-2021” конкурсында еңеүселәргә 20 сертификат һәм "Lada Niva" автомобилдәре асҡыстарын тапшырҙы. Бындай хөрмәткә яҡташыбыҙ Әлим Вил улы Хөснуллин да лайыҡ булды. Әлим ағай “Байрамғол” агрофирмаһында механизатор булып эшләй, конкурста “Иң яҡшы иген урыу комбайны операторы” номинацияһында еңеп “Lada Niva” автомобиле менән бүләкләнде. Ялан батыры быйыл 1475 тонна иген һуҡҡан.
Йыл һайын конкурста ҡатнашыусылар һаны арта. Быйыл 490 механизатор еңеүсе исеме өсөн көрәште, уларҙың араһында студенттар ҙа бар.
Әлим Хөснуллин Наурыҙ ауылынан. Бәләкәйҙән спортты яратҡан уҙаман мәктәпте тамамлағас физкультурник булырға ла хыяллана. Әммә яҙмыш ҡушыуы буйынса документтарын Учалы ауылының 98-се һөнәрселек училищеһына алып барып тапшыра һәм һис үкенмәй. Спортҡа килгәндә иһә, бөгөнгө көндә лә уны үҙ итә. Волейбол уйнарға бик әүәҫ, ауылдағы үҙҙәренең командалары менән бер ярыштан да ситтә ҡалмайҙар, алдынғылыҡты бирмәйҙәр.
Училищены тамамлағас 1998 йылда “Байрамғол” совхозында механизатор булып эш башлай. Тракторҙа, комбайнда йөрөй. Эш стажы егерме йыл. Әйткәндәй, Әлим ағайҙың атаһы Вил Сабирйән улы ла механизатор була, ғүмер буйы совхозда эшләй.
-Беҙ династиябыҙ менән механизаторҙарбыҙ, бабайҙарым, ағайҙарым механизаторҙар, - ти ул.
Тырыш механизатор миҙгел әйләнәһенә баҫыуҙан ҡайтмай. Яҙын сәсеүҙә йөрөй, ураҡ башланыу менән комбайнға ултыра. Быйылғы йылдың ҡоро килеүенә ҡарамаҫтан, агрофирма баҫыуҙарынан яҡшы уңыш йыйып алған.
-Уңыш насар булманы, арпа гектарынан 21 центнер бирҙе, кукурузды силосҡа ла урҙыҡ, игенгә лә һалдыҡ. Ул да һынатманы, ярайһы ғына уңыш бирҙе, - ти Әлим Вил улы.
Алдынғы комбайнсы бер ай күрше Силәбе өлкәһенә лә ярҙамға барып ҡайтырға өлгөргән. Унда һуҡҡан игенде лә һанаһаң, тағы ла күберәк килеп сыға. Еңеү сере менән бүлешеүен һорайбыҙ.
-Артыҡ бер нимәһе лә юҡ уның, иң мөһиме эшеңде яратырға һәм тырышып эшләргә кәрәк. Алты миҙгел Учалы МТС-ында эшләргә тура килде. Унда ла һәр ваҡыт беренсе булдым. Ғөмүмән, алды йөрөрөгә, алдынғы булырға яратам, - ти ул.
Быйыл өр-яңы CLAAS комбайнына ултыртҡандар. Агрофирмалағы эш шарттары менән лә ҡәнәғәт механизатор. Техника паркы яңыра, эш хаҡы яҡшы, ваҡытында түләйҙәр ти.
Урып-йыйыу тамамланһа ла, механизаторҙарҙың мәшәҡәте бөтмәй әле. Әлим ағай әлеге ваҡытта туңға һөрөүҙә йөрөй. Төнгө сменала эшләй.
Әлим Вил улы атай нигеҙендә яңы йорт һалып, ғаилә ҡора. Тормош иптәше Зилиә Салауат ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Зилиә ханым мәктәптә башланғыс кластар уҡыта. Өлкән улдары Вилдан нефть-техник университетында белем ала. Зәлиә ҡыҙҙары 10-сы класта, кинйәләре Арыҫлан алтынсы класта уҡый.
Яңы машина менән бүләкләнеүенә сикһеҙ шат. Өфөнән уҡ елдертеп ҡайтып киткәндәр.
-Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренең эшен юғары баһалауҙарына рәхмәтлебеҙ. Тағы ла дәртләнеп, көс-ҡеүәт менән эшләргә ынтылыш булды конкурста еңеүем. Беҙ ауыл балалары бит, ҡайҙа тыуғанһың шунду ереккәнһең тиҙәр. Киләсәктә лә һынатмай эшләргә яҙһын, - тип ҡыуанысы менән уратҡлашты ялан батыры.
Районыбыҙ данын бар республикаға яңғыратҡан Әлим Хөснуллинды ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Хәләл көсө менән яулап алынған еңеү һуңғыһы булмаһын, тағы ла юғары ҡаҙаныштарға өлкәшеүен теләйбеҙ.
Әлиә ДАУЫТОВА.