

Учалы тегеү фабрикаһы 1971 йылдың ноябрь айында сафҡа индерелә. Тәүге етәксеһе – Хәсән Абдрахманов, производствоны яйға һалыуға айырыуса тос өлөш индергән белгестәр – Зәкиә Харисова, Евгения һәм Владимир Гусельниковтар.
Коллективтың 94 процентын тәшкил иткән был уникаль предприятиела әлеге көн 627 хеҙмәткәр иҫәпләнә, декрет ялына сыҡҡандар менән бергә – 710 кеше. Предприятие баштан уҡ таусылар ҡалаһында гүзәл зат өсөн эш урындары булдырыу маҡсатында ойошторола.
Һәм ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ элек тә, әле лә һынатмай. Планды арттырып үтәп, ағымдағы йылдың 10 айында 261 миллион һумлыҡ продукция етештерелгән һәм ҡулланыусыларға оҙатылған. Тәүге осорҙа ябайыраҡ әйберҙәр (юбкалар, бала шортиктары) тегелһә, 1975 йылдан көнөнә өсәр мең дана мамыҡ куртка ( беҙҙеңсә – куфайка) сығара башлайҙар. Заманында иң таралған өҫ кейеме икәнлеге һаман хәтерҙә!
Әлеге мәл тегенселәрҙең оҫталығы ла тамам шымарҙы, яңы, заманса станок-ҡорамалдар ҙа байтаҡ ҡайтартылған. Һөҙөмтәлә “Рәсәй тимер юлдары”, “Роснефть”, “Башнефть”, “Транснефть” кеүек ҙур корпорацияларҙы, башҡа етди структураларҙы форма кейеме менән тәьмин итәләр. Талаптар үтә ҡаты, бындай формалар тәҙрә ҡорғанын үҙең бөкләп теккән алъяпҡыс түгел: заказ килеп, эксперименталь модель булдырылып, һынауҙар үткәрелеп, төҙәтмәләр индерелеп, ҙур партиялар тегелә башлағансы, биш йыл да үтеүе мөмкин, ти.
Фабрикала уртаса эш хаҡы 33 мең һум тирәһе, иң тәжрибәле һәм егәрле оҫтабикәләр 50 меңгә тиклем дә алғылай. Хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәр оҫталыҡтарын камиллаштырыуға етди әһәмиәт бирелә.
Вахтаға Себергә генә йөрөмәйҙәр бит ул. Фабрикала был алым киң ҡулланыла – Белорет, Бөрйән яҡтарынан, үҙебеҙҙең райондың арғы остарынан ҡуна ятып эшләргә мөмкилек булһын өсөн уңайлы дөйөм ятаҡ һалынған.
Фабрика ауыр көндәр ҙә кисергәне булды, илдәге иҡтисади бола арҡаһында банкротлыҡҡа ла ултыртылды. 2003 йыл Өфө “Эш кейеме комбинаты” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең (генераль директор – Михаил Цуккерман) структур өлөшөнә әйләнгәс, эштәр яйға китте, күҙ генә теймәһен!
Әлбиттә, Фәйрүзә Степаненконы телгә алмау ғонаһ булыр. 1979 йыл
фабрикала тегенсе булып эш башлай ҙа, мастер, технолог, профком
рәйесе, баш инженер баҫҡыстары аша директор вазифаһына күтәрелә. 20 йылдан ашыу биләй был яуаплы һәм тынғыһыҙ вазифаны. Фәйрүзә Ғайдани ҡыҙы бер-нисә тапҡыр район Советы депутаты итеп һайлана, төбәгебеҙҙә иң абруйлы ҡатындарҙың береһе тип ауыҙ тултырып әйтерлек.
Ошо арала Учалы тегеү фабрикаһы водителе Фәнис Сәғәҙәтов, тегенсе –оператор Лия Сәғитова – “Хеҙмәт ҡаһарманлығы” миҙалдары менән бүләкләнгән, тегенсе-оператор Сажиҙа Әхмәҙиева, Дилә Минһажева, Таңһылыу Хуббухужина, смена начальнигы Алмира Сафиналар – “БР Текстиль һәм еңел сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре” исемдәренә лайыҡ булдылар. Шулай уҡ 10 ноябрь көнө фабрикала үткән тантанала бихисап алдынғы хеҙмәткәрҙәргә төрлө кимәлдәге наградалар тапшырылды. Барыһын да “алтын юбилей” менән ҡотлап, алтын ҡуллы оҫтабикәләребеҙгә артабан да оҙон-оҙаҡ уңышлы хеҙмәт итеүҙәрен теләйбеҙ!