Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
12 Ноябрь 2021, 10:35

Балаларға ла вакцина ҡуйыла

Вакцинаны һынауҙың өсөнсө этабы башлана. 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге өс мең балаға тикшереүҙәр ваҡытында "Спутник М" вакцинаһы ҡуйыла. 

Балаларға ла вакцина ҡуйылаБалаларға ла вакцина ҡуйыла
Балаларға ла вакцина ҡуйыла

Мәскәү ҡалаһында 10 поликлиника һәм 2 балалар дауаханаһы нигеҙендә ковидтан вакцинаны клиник рәүештә һынауҙың өсөнсө фазаһы башланған. Был тикшереүҙәрҙә 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге өс мең бала ҡатнаша, тип хәбәр итте Мәскәү мэрияһының матбуғат хеҙмәте. 

Билдәле булыуынса, "Спутник М" вакцинаһы "Спутник V" вакцинаһы нигеҙендә дозаны биш тапҡырға кәметеп эшләнә. Һынауҙарға үҙ ирке менән ике меңгә яҡын кеше яҙылған, тип тә хәбәр ителде.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

 

 

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас