Барыһы ла халыҡ өсөн эшләнә, әммә бәғзе берәүҙәрҙең матур итеп эшләп ҡуйған әйберҙәрҙе емереп юҡҡа сығарырға тырышыуҙары йөрәкте әрнетә. Мәҫәлән, ҡалынң саңғы роллер трассаһында ошо көндәрҙә ниндәйҙер вандалдар унда ҡуйылған шлагбаумды һындырғандар, асфальтҡа йөрәк рәүешендә яндырғыс матдә һалып ут төрткәндәр, ярай ҙа эргәләге бина янып китмәгән. Яңы асылған физик мөмкинлекәтре сикләнгән балалар өсөн спорт залының ишегенә лә етешергә өлгөргәндәр, буяп киткәндәр. Кемгә кәрәк булғандыр инде? Әгәр шаһиттар булһа, полицияға мөрәжәғәт итеүҙәре һорала. Әлбиттә, ситтә килгәндәрҙең эше түгел, был кешеләр беҙҙең арала йәшәй бит!