Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
12 Ноябрь 2021, 06:30

Күп ҡалманы

Был тиклемен үк көтмәгәйнек...

Күп ҡалманыКүп ҡалманы
Күп ҡалманы

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 12-14 ноябрҙә республикала ҡар яуа, юлдарҙа боҙлауыҡ була. 13 ноябрҙә урыны менән ҡар һырынтылары көтөлә.

Быйыл ҡар ғәҙәттәгенән 3-5 көнгә һуңыраҡ ята. Һауа температураһы төндә -1,-8, көндөҙ иһә +2,-4 градус була.

Киләһе аҙнаның башында республикала һауа температураһы түбәнәйә башлай.

Рәсәй Гидрометүҙәге хәбәр итеүенсә, ноябрҙең икенсе декадаһында Башҡортостанда уртаса һауа температураһының норманан бер градусҡа түбәнерәк булыуы көтөлә.

Автор:Алия Даутова
Читайте нас