Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
12 Ноябрь 2021, 07:40

Операциянан һуң хәле насарайған

 Архангель районынан 17 йәшлек егет Учалыла һуҡыр эсәгенә операция яһатҡандан һуң инвалид булып ҡалған

Операциянан һуң хәле насарайғанОперациянан һуң хәле насарайған
Операциянан һуң хәле насарайған

Башҡортостанда 17 йәшлек егет һуҡыр эсәгенә операция яһатҡандан һуң инвалид булып ҡалған

Август аҙағында Архангел районынан Нияз Муллағәлимов дуҫтары менән Учалы районына эшкә сығып киткән. Унда егеттең хәле насарайған. Ашығыс ярҙам саҡыртҡандар, әммә табиптарҙы көтөп ала алмағас, егет такси менән дауаханаға киткән. Уның һуҡыр эсәгенә операция эшләгәндәр, аҙаҡ хирургия палатаһына күсергәндәр. Тап шунда уның йөрәге туҡтаған да инде. Хәҙер ул үҙ аллы йөрөй ҙә, ултыра ла, ашай ҙа алмай. Ата-әсә быға табиптар ғәйепле тип иҫәпләй.
«Ул операциянан һуң аңына килде. Башым ауырта, йоҡом килә, тине. Табип уға йоҡларға рөхсәт итте. Һуңынан ул уянманы. Хәҙер Нияз яҡындарын таный. Дуҫтарын, ата-әсәһен, таныштарын күрһә, илай башлай. Аңлай, ниҙер әйтергә теләй. Ләкин әйтә алмай», - ти егеттең ата-әсәһе.

Нияздың төп диагнозы - йөрәк туҡтау һөҙөмтәһендә үҙәк нервы системаһының аноксик зарарланыуы. Табиптар ваҡытты ҡулдан ысҡындырған , тип иҫәпләй ата-әсә.

«Беҙгә шылтыратып, операция уңышлы үтте, тинеләр. Уны палатал иҫһеҙ килеш тапҡандарын аңланым. Тапҡандар, тимәк, наркоз аҫтында ятҡан баланы ҡарамағандар инде», - тип раҫлай егеттең үгәй атаһы Илсур Рәхмәтуллин.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында әлегә был хәлгә аңлатма бирмәйҙәр. Эске тикшереү тәғәйенләнгән. Ата-әсә Тәфтиш комитетына мөрәжәғәт иткән.

Нияздың тиҙерәк һауығыуын теләйбеҙ.

Башҡортостаным яңылыҡтары

Автор:Алия Даутова
Читайте нас