Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
12 Ноябрь 2021, 06:30

Әрәм булғандар

Уға ни бары 18 йәш булған

Әрәм булғандарӘрәм булғандар
Әрәм булғандар

Республикала ҡурҡыныс авария теркәлгән.Туймазы районында 45 йәшлек ханым идара иткән Hyundai Solaris менән Volvo йөк машинаһы бәрелешкән. Еңел автомобилдә ҡыҙы менән әсәһе китеп барған. 18 йәшлек ҡыҙ шундуҡ һәләк булған, әсәһе комала.  

Ҡатын урындағы Мәҙәниәт йортонда эшләгән, райондың йәмәғәт һәм мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡан. Ҡыҙын яңғыҙы тәрбиәләгән, ҡыҙ музыка мәктәбен тамамлаған, сәхнәлә сығыш яһарға яратҡан. Октябрьский нефть колледжының икенсе курсында уҡып йөрөгән.

Үлемесле аварияның сәбәптәрен хоҡуҡ органдары асыҡлай.

 

Автор:Алия Даутова
Читайте нас