Ысынбарлыҡтағы күренеш: өй эсе тыштағынан да һыуығыраҡ, имәнес дәрәжәлә бысраҡ, һаҫыҡ. Атай ҡайҙалыр эсеп йөрөй, әсәй тигәне лә ҡыҙынҡы. Социаль хеҙмәткәрҙәр инеү менән хәшәрәт итеп ирешә башлай, көскө алдына сығалар. Мейес емерек хәлдә, аңлашыла – ут яғалар икән, янғын сығасаҡ. Алам-һалам кейгән ҡыҙсыҡты ваҡытлыса, әсәһе айынғансы приютҡа урынлаштырырға булалар. Автомобилдә китеп барғанда социаль хеҙмәткәр иғтибар итә – бала кеҫәһенә нимәлер йәшереп алған. Ҡараһалар – батҡаҡ ҡатҡан сей бәрәнге... Эйе, 21 быуатта, күптәребеҙ машина өҫтөнән машина алғанда, сит илгә ял итергә барырға аҡса наҡыҫыраҡ тип бәлә һалғанда бәғзе балаларҙың тәғәм ризығы – сей бәрәңге!
Шулай инде, заман телесериалдарында,, тамашасының күҙ йәшен һығыу өсөн, балалар менән эш иткән социаль хеҙмәткәрҙәрҙе торғаны бер яуыз итеп күрһәтәләр. Ысынбарлыҡта хәл бөтөнләй икенсе. Был өлкәлә эшләгән ҡатындарға баш эйеп оло һәм ҡыйыу йәрәктәре, сабырлыҡтары, изгелектәре өсөн рәхмәт әйтерлек!
-Эйе, үтә ауыр эш. Һәр бала өсөн әсәй – иң ғәзиз йән, бөтә донъяла берҙән-берәү. Эскесе, йүнһеҙ бәндә булһа ла. Бала яҡшынан-яҡшы шарттарға күсерелһә лә, әсәһен юҡһынып әсенәсәк-юҡһынасаҡ, психик травма аласаҡ. Шуға ла баларҙы ваҡытлыса дәүләт ҡарамағына күсереү алымы иң һуңғы сиратҡа ҡалдырыла, ғүмеренә туранан-тура ҡурҡыныс янағанда ғына был аҙымға баҙнат итәбеҙ, - ти Учалы районы хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлеге начальнигы Резеда Ғәлина.
Резеда Рәшит ҡыҙы был тынғыһыҙ вазифаны 13 йыл биләй. Уға тиклем мәктәптә уҡыта, яғымлы, алсаҡ ҡатын балалар именлеге тураһында һүҙ сыҡҡанда, ҡоростай ҡаты ла була белә. Ул етәкләгән бүлек эшмәкәрлеге тураһында ентекләп һөйләштек – киң йәмәғәтселектең күҙенә бигүк ташланып бармаһа ла, үтә һәм үтә мөһим эш башҡаралар бит улар.
Етем, ата-әсә ҡурсыуынан мәхрүм балаларға дәүләт фатир биреүе барыһына ла мәғлүм. Беҙҙең районда бөгөнгө көндә 220-нән ашыу граждан был сиратта тора.Тиҫтәләп йыл элек баштан уҡ социаль найм (яллау) шарттарында тотторалар, уныһын шундуҡ приватизациялау мөмкин. “Ҡара риэлторҙар” алдаштырып алыу, етемдәр үҙҙәре һатып, аҡсаһын туҙҙырыу осраҡтары йышайғас, хәҙер икенсе алым ҡулланыла: тәүҙә 5 йылға махсус найм килешеүе төҙөлә, йәш кеше яҡшы йәшәп китә, коммуналь түләүҙәрҙе башҡара икән, һуңынан торлағын хосусилаштырыу мөмкин. Төрмәлә ултырһа, сирләһә, эшкә урынлашмаһа, махсус килешеү йәнә 5 йылға оҙайтыла, фатирын һата алмай. Учалы районында уртаса алғанда йыл һайын 1-2 бындай осраҡ күҙәтелә.
Эйе, бүленгән аҡсаны тулыһынса үҙләштерә алмау осраҡтары ла булғылай. Был башлыса ике проблемаға бәйле. Беренсенән, һәр фатир өсөн теүәл билдәләнгән сумма ғына тоторға рөхсәт. Ә беҙҙең Учалы ҡалаһында торлаҡ хәҙер аҙ төҙөлә, шуға ла хаҡы ҡиммәт (быйыл II кварталда район үҙәгендәге хаҡ Өфөнән генә ҡалышҡан!)
Икенсенән, бындай торлаҡтың төҙөкләндерелгән булыуы ҡәтғи шарт итеп ҡуйыла. Шуға ла, элегерәк ауылдарҙан да йорт алып бирелһә, хәҙер тик ҡаланан ғына. Уныһы ла яҡшылап ремонтланған булыуы талап ителә. Кире осраҡта, “....бахыр етемде алданылар, стеналары еүеш, торбанан һыу тамсылаған фатир тотторҙолар!” – кеүек ғауғалар интернетта йыш ҡуптарылды бит. Ҡыҫҡаса йомғаҡлағанда, самалы аҡсаға бөтә ҡуйылған шарттарға яуап биргән вариант табыуы ҡатмарлы мәсьәлә, ти.
Ғөмүмән, бүлеккә һикһәндән ашыу төр вәкәләт йөкмәтелгән. Барыһын да бер дөйөм маҡсат рәүешендә әйтергә мөмкин – етем балалар һәм опекаға мохтаж граждандарҙың законлы хоҡуҡтары һағында тороу.
Тәү бурыс – ярҙамға, һүҙҙең дөрөҫөн әйткәндә - ҡотҡарыуға мохтаж балаларҙы асыҡлау һәм урынлаштырыу. 2020 йылда – 17 осраҡ (8 осраҡта ғына ата-әсәһенең үлеменә бәйле!), быйыл, йыл әле тамамланып өлгәрмәһә лә – 19 осраҡ (9 осраҡта үлемгә бәйле). Бына шулай, ата-әсәле етемдәр һаны арта ғына бара.
Мәғлүмәтте Дәүләт мәғлүмәт банкына теркәп, бер ай үткәнсе етем, ата-әсә ҡурсыуынан мәхрүм балаларҙы урынлаштырырға тейштәр. Социаль приютта әлеге мәл 8 бала ваҡытлыса тәрбиәләнә. 21 балиғ булмаған граждан – Балалар йортонда, 211 кесе яҡташтарыбыҙ төрлө рәүештә яңы ғаиләләрҙә аҫрала.
Бер мөһим урын – ауыр хәлдә ҡалған һәр бала тураһында һәр граждан дәүләт органдарына хәбәр итергә бурыслы.