Ватрушкалар ⠀
Кәрәк⠀⠀
2 стакан он, 0,5 стакан шәкәр, 0,5 стакан һөт, 2 аш ҡаалғы май, 2 йомортҡа, 10 г дрожжи, 0,25 бал ҡалағы тоҙ, ҡамырға һыларға 1 күкәй, шәкәр пудраһы. ⠀⠀ ⠀⠀
Эслек өсөн: 200 г эремсек, 1 йомортҡа, 1,5 аш ҡалағы шәкәр, 1 бал ҡалағы он, 50 г йөҙөм, 6 аш ҡалағы мәк, 3 аш ҡалағы бал. ⠀⠀ ⠀⠀
Дрожжины йылы һөттә эретергә. Тоҙ, шәкәр, йомортҡа һалып болғарға. Иләнгән он ҡушып, бер аҙ йомшарған майҙы һалып ҡамыр баҫырға һәм пленка менән ҡаплап, йылы урынға ҡуйырға. 2-2,5 сәғәттән ҡабарған ҡамырҙы баҫҡылап, тағы 40-50 минут тоторға пленка аҫтында. Йөҙөмдө йылы һыуҙа сайҡап, эремсеккә шәкәр ҡушып, йомортҡа, он һәм йөҙөм һалып, яҡшылап бутарға.
+28 °С
Болотло



