

Шундай осраҡтар ҙа була: кеше үҙенеке тип автомобилдә китеп бара, уны юл-патруль хеҙмәткәрҙәре туҡтата, транспорты йолоп алына.
ЮХХДИ инспекторы Гөлнара Ғүмәрова аңлатыуынса, мәғлүмәт базаһы буйынса тикшергәндә, бәғзе автомобилдәрҙең номерҙары һәм теркәлеү таныҡлыҡтарына эҙләнеү тураһында билдә ҡуйылған була.
Был хәлгә нисек тарымаҫҡа? Автомобиль килешеү буйынса һатып алынған икән, яңы эйә 10 көн эсендә үҙ исеменә күсерергә бурыслы. Юғиһә, элекке хужа автомобилен теркәлеүҙән төшөргәс, был номер һәм теркәлеү танытмаһы ғәмәлдән сығарыла, ә ундай автомобилдең юлда йөрөүе тыйыла.
Шул уҡ хәл вафат булған граждандарҙың автомобилдәренә лә ҡағыла. Автомобиленең теркәлеүе шундуҡ ғәмәлдән сығарыла, “эҙләнеү” билдәһе ҡуйыла,мираҫсылары үҙ исемдәренә күсерергә бурыслы.
Тейешенсә теркәлмәгән транспорт менән идара иткән өсөн 5 мең һумға тиклем штраф һалына, ғәйепленең 3 айға тиклем транспорт менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителеүе мөмкин.