

Грецияла ялған вакцинация сертификаттары менән ғауға ҡупты. Байтаҡ осраҡта табиптар, алдыҡ документ алырға теләүселәрҙән 400 евро түләтеп (32-33 мең Һум), үҙҙәрен алдап ысын вакцина ҡаҙағандар. Ҡайһы осраҡта “Pfizer” менән, ҡайһы тапҡырҙа – коронавирусҡа ҡаршы файҙаһыҙ физраствор менән укол яһалғанлығын асыҡлауы хәҙер бик ауырға төшә – 100 меңгә яҡын кеше тикшерелә. Был осраҡта, аҡса юғалтыуҙарын иҫәпкә алмағанда, алданыуҙары тик файҙаға ғына.
Үҙе генә табип түгел, табиптарҙың остазы - Омск медицина университеты доценты COVID-19 менән сирләп үлгән. Тикшереү үткәрһәләр, вакцина тураһында ялған сертификат менән йөрөүе асыҡлана. Кешеләрҙе алдап була, ҡоторған вирусты – юҡ. Ярар ҙа, исмаһам, был осраҡта ентекләп тикшерәләр, юғиһә, прививка яһатҡан була, бер файҙаһы теймәне, тигән имеш-мимештырҙе интернетта йәһәт таратырҙар ине.
Сингапур халҡының 85 проценты коронавирустан вакцина ҡуйҙырған. Һаман да киреләнгәндәр ( медицина күрһәтмәһе булғандарҙан һәм 12 йәштән кеселәрҙән тыш), яңы инфекция йоҡторалар икән, түләүһеҙ дауаланыу хоҡуғын юғалталар. Ҡаты булһа ла, ғәҙел алым.
Чили парламенты депутаты, 70 йәшлек Хаиме Наранхо 14 сәғәт буйына телмәр тота, 15 һәм 20 минутҡа ике тапҡыр ғына тәнәфес иғлан итәләр. . Бар ғиллә – нисек тә ваҡыт һуҙыр кәрәк була. Ил президентына импичмент иғлан итеү тәҡдиме буйынса тауыш бирергә йыйналар, ә бер партиялаш депутат, коронавирус карантинында тотолоу сәбәпле, ҡатнаштырылмауы мөмкин була. 1300 биттән торған доклад уҡылған арала уныһы ла килеп етә, тауыш биреүҙә ҡатнашып, маҡсаттарына ирешәләр. Бик һирәк булһа ла, тел тотанаҡһыҙлығының да файҙаһы бар икән.
Коронавирус арҡаһында күптәр “удаленкаға” – өйҙә ултырып эшләүгә күсерелде. Портгугалия парламенты махсус ҡағиҙә ҡабул итеп тә өлөгөрҙө – эш биреүсенең эш ваҡытынан тыш дәүерҙә хеҙмәткәренә, хатта, телефондан шылтыратырға, электрон почтаһына ниҙәер яҙырға рөхсәт ителмәй, кире осраҡта штраф һалынасаҡ. Беҙҙә ни, әлегә “шәхси ваҡыт” тигән төшөнсәнең әһәмиәте лә, ҡәҙере лә юҡ.
Иламаған балаға имсәк ҡаптырмайҙар? Краснодар крайынан 60 йәшлек ир хәйриә фондына яҙған була – ҡатын менән унар мең һум пенсия сыға, ноутбук булһа, бәлки, интернетта аҡса эшләргә өйрәнеп ялсыр инек, юғиһә, оло булғас, башҡа эшкә алмайҙар. Фонд ярҙам итмәй, ләкин үтенесте бер ҡыҙ күреп ҡала, интернетта тарата. Сит кешеләр йәһәт 48 мең һум йыйып бирәләр, компьютерҙы почта аша ебәрәләр. Бик хуп, ләкин ошо хаҡта ла онотмаҫҡа ине: беренсенән, был ирҙең йәштәштәренә төп өлөштә пенсияғы алыу бәхете лә татымаған әле; икенсенән – тота килеп интернетта аҡса эшләй башлау бик тә икеле, гәзитебеҙҙә даими яҙабыҙ – күптәр бизнес ҡороу түгел, үҙҙәренекенән тороп ҡалалар, хатта, бурысҡа баталар....
Ваҡытынан алда олоғайырға ашыҡмағыҙ әле, хөрмәтле ағай-апайҙар! Америкала 105 йәшлек Джулия Хокинс 100 метрҙы 1 минут 2,95 секундта йүгереп үтеп, үҙ категорияһында рекорд ҡуйҙы. 100 йәшендә был араны элекке уҡытыусы 40 секундта үткән булғас, был тапҡырҙа ҡәнәғәтһеҙ ҡалған, тимәк, күнекмәләрҙе көсәйтәсәк. “Маҡсат үҙе бер ни түгел, бар мәғәнә – маҡсатҡа ынтылыу”, - тип бик хаҡ әйтәләр! Кемгәлер, бәлки, этәргес көс булыр: беҙҙә 70 йәшлек ҡатындарға ГТО-ның алтын миҙалын алыу өсөн 2 километрҙы 22 минутта үтеү талап ителә, көмөш – 26, бронза – 28 минут. Скандинав йөрөшө менән алмаштырырға ла мөмкин, әммә был осраҡта дистанция 3 саҡрым: алтын – 33, көмөш – 36, бронза – 37 минут.
Ҡайһылай дөрөҫ: карате-каратэ, интернет-Интернет, риелтор-риэлтор? Микро-предприятие тип кәрәкме, әллә бергә ҡушып, микропредприятие, тип яҙыламы? Был һорауға теүәл генә яуап юҡ, сөнки рус теле орфографияһы һәм пуктуацияһы ҡағиҙәләре һуңғы тапҡыр 1956 йыл раҫланған, был дәүерҙән һуң күп һыу аҡҡан, яңы һүҙҙәр пәйҙә булған. Шуға ла РФ Мәғариф министрлығы рус теленең яңыртылған ҡағиҙәләрен әҙерләүгә тотонона тип хәбәр ителде. Башҡорт теленә лә ары-бире үҙгәрештәр ҡамасауламаҫ ине. Ҡайһы бер һүҙҙәребеҙ саманан тыш оҙон килеп сыға бит, мәҫәлән – “яуаплылығыҙалырҙыр”.
“State Street” инвестиция компанияһы штатында 40 мең самаһы хеҙмәткәр. Модаға ингән толерантлыҡ менән мауығып, яңы тәртип индерҙеләр: етәксе вазифаларҙа тигеҙ нисбәттә мотлаҡ төрлө раса һәм енес вәкилдәре булырға тейеш. Негр, ҡатын-ҡыҙ, төрлө “ҡыҙ тәкәләр” һанынан дәғүәселәр булмаған осраҡта ғына был вакансиялар аҡ тәнле ирҙәргә тәҡдим ителә, ти. Эшлеклелек сифаттары буйынса өҫтөнлөк тураһында һүҙ ҙә юҡ! Кемгә нисектер, миңә берәйһе, һин – азиат, торғаны бер монголоид, әйҙә шуның өсөн һине үрләтәйек, тиһә, ныҡ ғәрләнер инем!
Йәрмәкәй районынан бер иҫерек ахмаҡ Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәленең өҫтөнә менеп баҫҡан да, ҡулдарын һелтәй-һелтәй әшәке итеп һүгенә башлаған. Суд уны ғәйепле тип таныған һәм 1000 һум күләмендә штраф һалған. Айнығас үҙе лә оялалыр инде!