

Эсеү бер ваҡытта ла яҡшыға килтермәй инде ул! Учалы район суды хәбәр итте: 2002 йыл донъяға килгән йәп-йәш егет быйыл май айында тыуған көнөн билдәләгән була. Иптәштәре менән бер ауыл янында урманға сығып, усаҡ яғып ултырған булалар. Хәмер эсеп алғас китә үпкәләш, ыҙғыш, дөмбәҫләшеү. Тыуған көнөн билдәләүсе ныҡ ярһып бысаҡҡа йәбешә лә, “дошманына” тиҫтәләп тапҡыр сәнсә. Ярар ҙа уныһы иҫән ҡалған - ҡорал ҡулланып кеше һаулығына ауыр зыян килтергән өсөн (РФ Енәйәт кодексының 111-се статьяһының 2-се өлөшө) саманан тыш ҡыҙыу егет суд алдына баҫтырыла. Был статья буйынса 10 йылға тиклем дә төрмәгә ултыртыуҙары мөмкин, был осраҡта, йәшлеген, ғәйебен таныуын, башҡа хәл-шарттарҙы иҫәпкә алып, 3 йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде.
Ә быйыл июнь айында, бер ҡатын, ирем – эскән, мине үлтерергә янай, тип полицияға шылтырата. Йорт хужаһы, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре килгәнен күрһә лә, ҡыҙған баштан балта тотоп, “Үлтерәм!”- тип ҡысҡырып уларға ла ташлана. Полицейҙар был ҡылмышына йәһәт кәртә ҡуялар. РФ Енәйәт кодексының 318-се статьяһы буйынса (власть вәкиленә ҡарата көс ҡулланыу ) 1976 йыл тыуған һуғыш суҡмарын да 10 йылға тиклем төрмәгә ултыртыу мөмкин ине, ләкин бөтә хәл-шарттарҙы иҫәпкә алып, 1 йыл 6 айға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде, тип хәбәр итте Учалы район суды(http://uchalinsky.bkr.sudrf.ru/modules.php?name=press_dep&op=1&did=213). Икеһе лә аҡылға килгәндәрҙер, тип өмөт итәйек.
Ә бына енәйәт наркотиктарға бәйле икән, ай-вайына ҡарап тормайҙар. Ғәйепле башын ташҡа һуғырҙай булып тәүбәгә килһә лә, төрмәгә ултырталар. 1991 тыуған йәш ҡатын быйыл февраль айында, “хеҙмәтләндереү хаҡына” ҡыҙығып, әһәмиәтле күләмдә синтетик наркотик һатыуҙа ҡатнашыуы ҡалҡып сыҡты. 6 йылға колонияға ебәрелә. Мәҡәлә әҙерләнгәндә суд ҡарары законлы көсөнә инмәгәйне әле, язаның тағын да ҡатыланыуы булмаҫтай хәл түгел.