

Ахун ауыл Советына шылтыратып әйтәләр – ауыл ситендә яңғыҙ аҡҡош ҡарға батып тилмерә, оса алмай, эт зыянлап ҡуймаһын ине.
Хакимиәт башлығы Әмир Харисов шундуҡ водителе менән барып табалар, бер урындағы кешегә ваҡытлыса урынлаштыралар. Ҡош хәлһеҙләнгән, ти, әммә имгәнгәнлеге абайланмай.
Яҙмышы артабан нисек булыр, был хаҡта хәбәр итербеҙ.
Яңыраҡ Миндәк һунарсыһы аҡҡоштар үлтереп, районыбыҙҙың яман даны киң таралғайны, был тапҡырҙа ахундар бөтә төбәгебеҙҙе реабилитацияланы, тиерлек, афарин!