

“Ирәмәл” тәбиғәт паркында 200 метр оҙонлоҡта таҡта түшәмә һалынды. “Мәхәббәт бишеге” тип аталған тораҡтан Ташйылғаға тиклем. Бер яҡтан, йәйәүле туристар өсөн уңайлы, һуҡмаҡ батҡыл урындан үтә бит. Ә икенсенән, ер тапалып юҡҡа сыҡмай, еүеш тупраҡ ныҡ тығыҙлана торған бит. Ҡурсаулыҡ өсөн быныһы айырыуса мөһим.
“Матур донъяла матур балалар” хәйриә фондынан отҡан грант иҫәбенә башҡарылды был эш. Барлығы бер миллион һум самаһы аҡса тотонолған.
-Был тәжрибә беҙгә хуш килде. Киләһе йыл Белорет яғынан да йәйәүлеләр һуҡмағын төҙөкләндерергә ниәт бар, - ти “Ирәмәл” тәбиғәт паркы директоры вазифаһын башҡарыусы Мирдар Дияров.
БР Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы етәксеһе Салауат Нафиҡовтың һүҙенән, 2022 йыл паркта 1200 метр ошондай тротуар һалынып, 7 шишмә өҫтөнән ашмалыҡ булдырыласаҡ. Бирһен Хоҙай, изге урындарҙа, тәбиғәт ғибәҙәтханаһында йәйәү йөрөүгә ни етә!
Уңайы сыҡҡанда, Мирдар Руслан улынан йәнлектәр донъяһы тураһында ла һораштыҡ – быйыл ҡар яуғансы ер шаҡырайғансы туңды, ҡыр ҡабандары ем соҡой алмайынса аслыҡтан тилмермәҫме икән, ҡар яумағас, айыуҙар ҡышҡы йоҡоға ята алдымы?
-Әлбиттә, һәр айыуҙың өңөн тикшереп йөрөмәйбеҙ, бимазаларға ярамай, әммә айыу эҙҙәре һуңғы арала күренмәй – тимәк, йоҡларға ятҡандар, - ти әңгәмәсебеҙ.- Ә ҡабандар беҙҙә һуңғы дәүерҙә байтаҡ үрсене, күрәһең, беҙҙең шарттарға яраҡлашып бөттөләр. Юҡҡа борсолмағыҙ, беҙ күҙ-ҡолаҡ булып торабыҙ бит, ҡышҡы осорҙа һыйландырып торабыҙ мохтаж йәнлектәрҙе. Тәбиғәт өсөн иң ҙур хәүеф: йылы миҙгелдә - янғындар, йыл әйләнәһенә – браконьерҙар. Даими рәүештә рейдтар үткәрәбеҙ, йыш ҡына – эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә. Тағын да берҙе иҫкәртәйек – айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә һунар итеү түгел, ҡорал менән йөрөү ҙә ҡәтғи рәүештә тыйыла (хеҙмәт вәкәләттәрен башҡарған кешеләрҙән тыш). Яуаплылыҡ ныҡ ҡаты, бер кемгә лә эш боҙоп, аҙағынан ныҡ үкенергә тура килмәһен!
Йәнә бер яңылыҡ – БР Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы һәм “Ирәмәл” тәбиғәт паркы етәкселеге тәбиғәт ҡомартҡыларын белеүгә онлайн-викторина үткәрә. Тыуған төйәгебеҙ менән ҡыҙыҡһынған ҡыҙ-егеттәргә 15 декабргә тиклем анкета тултырып ебәрер кәрәк, ҡатнашыу шарттары “Бәйләнештә” социаль селтәренең “Ирәмәл” тәбиғәт паркы төркөмөндә яҙылған, адрес - https://vk.com/dooptrb_ru
Был викторина үрҙә телгә алынған “Матур донъяла матур балалар” хәйриә фондының “Ирәмәл” тәбиғәт паркында тупраҡ ҡатламын һәм үҫемлектәрҙең төрлөлөгөн һаҡлау, һуҡмаҡтарҙа ер деградацияһына юл ҡуймау” проекты сиктәрендә үтә. Приздар бик тос һәм үҙенсәлекле: бер тәүлек буйына Белорет районының Ирәмәлгә яҡын Николаевка ауылындаға “Дом 61”, “Сердце Урала”, “Уют” ҡунаҡ йорттарына түләүһеҙ урынлаштырылыу, ҡарғиҙәргә ултырып изге тауға ҡышҡы сәйәхәт, Башҡортостандың айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә бушлай инеү өсөн билеттар. Ятып ҡалғансы, атып ҡалығыҙ, йәш сәйәхәтселәр!