

17 ноябрҙә РФ Эске эштәр министрлығының полиция участка уполномоченныйҙары хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй. Учалы ҡала-район полиция бүлегенә иң яҡшы участковыйҙы гәзиткә яҙыу тураһында мөрәжәғәт иткәс, беҙгә Поляковка биләмәһе участковыйы Урал Мөхәмәтшинды тәҡдим иттеләр.
Урал Әзғәт улы был вазифала 2009 йылдан алып эшләй. Уның участкаһына Комсомольск, Туңғатар, Ҡарт Муйнаҡ, Ҡорама, Әүешкүл, Ялсығол, Аҙнаш, Ҡужай, Шәрип ауылдары ҡарай. Тәжрибәле хеҙмәткәрҙең эшенә тел тейҙерерлек түгел. Ул иң әүҙем эшләүсе участковыйҙарҙың береһе, тиҙәр уның хаҡында.
Урал Мөхәмәтшин 1986 йылда Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылында тыуған. Күмертау ҡалаһында урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт иҡтисад-юридик колледжында белем ала. Ил алдындағы бурысын Ҡалмыҡстанда үтәй. 2009 йылда Учалыға күсеп килгәс, полицияға эшкә урынлаша.
Халыҡҡа яҡын булыу, үҙең яуаплы булған участканың нисек “йәшәүен” тойоу үҙенә күрә бер оҫталыҡ талап итә. Сөнки тап участковыйҙар ауыл халҡы менән тығыҙ эшләй һәм халыҡ проблемалы хәл-шарттарҙа, тәү сиратта, тап уларҙан ярҙам көтә. Үҙен нисек күрһәтә, биләмәһендәге халыҡ та уға шундай мөнәсәбәттә була. Ваҡыт үтеү менән участковый вазифаһында хеҙмәт итеү йәшәү рәүешенә әүерелә, уларҙың ял һәм байрам көндәре юҡ, көндөң һәм төндөң ниндәй ҙә мәлендә участка халҡы шылтыратып, һаҡлау һәм ярҙам һорауы мөмкин. Полиция участковыйҙары халыҡҡа иң яҡыны, уларҙың эш урындары кабинеттарҙа ғына түгел, ә күпселек осраҡта, граждандарҙың йорттарында, фатирҙарында һәм урамда. Урал Мөхәмәтшин үҙ участкаһындағы барлыҡ хәл-ваҡиға менән яҡшы таныш. Ул кешеләргә ваҡытында тейешле юридик, психологик, ҡайһы саҡта физик ярҙам күрһәтергә лә әҙер. Йәшәү урындарындағы криминоген элементтарҙы күҙ уңында тота, үҙ вазифаһына ингән һәм инмәгән күп эште башҡара.
- Эшкә килгәндән алып участковый уполномоченный вазифаһын башҡарам. Халыҡҡа иң яҡын хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре булараҡ беҙ уларҙың тыныс тормошон тәьмин итеүгә бар көсөбөҙҙө һалабыҙ. Башлыса хоҡуҡ, закон боҙоуҙарҙы булдырмау менән шөғөлләнәбеҙ. Балиғ булмағандар эше буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре менән рейдтарға йөрөйбөҙ. Халыҡ беҙгә проблемалары менән мөрәжәғәт итә. Араһында йәштәр ҙә, өлкән ғаиләләр ҙә бар. Ауылдарҙа эскеселәр, ғауға ҡуптарыусылар юҡ түгел, шулай ҙа элекке ваҡыт менән сағыштырғанда эҙерәк. Был һөйөнөслө, әлбиттә, - ти полиция капитаны Урал Әзғәт улы. -Эшем еңел тип әйтеп булмай. Тынғыһыҙ хеҙмәт, әммә, яратып башҡарғас, ауырлығы бик тойолмай, - ти ул.
Ысынлап та, полицейскийҙарҙың эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел - енәйәтселеккә ҡаршы көрәш, йәнәшәлә йәшәгән кешеләр тураһында хәстәрлек күреү, ғаиләләрҙә үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә ярҙам күрһәтеү һ.б. Урал Мөхәмәтшин менән аралашҡан арала ла эшенең күплегенә инандым. Шуға ла һөнәри байрамдары уңайынан уларҙың яуаплы эштәрендә уңыштар, юғары күрһәткестәргә генә өлгәшһендәр тип теләп ҡалайыҡ. Артабан да халыҡ рәхмәте, етәкселек хөрмәте тойоп эшләргә яҙһын.
Вилиә ЯНБАЕВА.