+22 °С
Ямғыр


Өфө ҡалаһындағы Яҡутов паркында булы был хәл. Яңғыҙы ғына Һалдат күлендә йөрөп ятҡан 7 йәшлек ҡыҙыҡай ҡапыл бәләгә тарый. Боҙ ярыла һәм бала һыуға ҡолай. Бата башлаған ҡыҙсыҡты үтеп барыусы Денис Наумчик күреп ҡала һәм ярҙамға ташлана.
Ир үҙе лә бата, ләкин бала янына барып етеп, уны ярға һөйрәп сығара ала.
Афарин, Денис! Һин ысын батыр!
Ҡыҙҙы табиптар тикшерә, тип хәбәр ителде.
Фото - моя Уфа