

Юл инспекторҙары тикшереү өсөн ВАЗ-21102 автомобилен туҡтатҡан була. Хәмер еҫе аңҡыған кеүек тойолғас, водителгә алкотестер аша тикшерелергә тәҡдим итәләр. 33 йәшлек яҡташыбыҙ баш тарта.
Билдәле, бындай осраҡта тикшерелеүҙән баш тартыу ғәйептең раҫланыуына тиң. Өҫтәүенә, 2017-2019 йылдарҙа эсеп руль артына ултырып, административ язаларға тарттырылған икәнлеге асыҡлана.
Шуға ла суд алдына баҫтырылды, тип хәбәр ителде – 9 айға дөйөм режимдағы холоҡ төҙәтеү колонияһында тотолоуға хөкөм ителә. Шулай уҡ 3 йыл транспорт менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм. Мәҡәлә әҙерләнгән ваҡытта хөкөм законлы көсөнә инмәгәйне әле.
Суд залында уҡ ҡулға алынды, тип тә әйтелде. Хөкөм ҡаты булып та күренерлек, әммә кем белә инде – әлегесә ҡыланыуын дауам итһә, йә үҙенең, йә бөтөнләй ғәйепһеҙ икенсе кешеләрҙең башына етер ине....