

Һалдат әсәләре шулай ул
«Таулылар ҙа, бәлки, белгәндәрҙер кемдең шағир, кемдең түгелен...»
(Н.Нәжми.)
Улым армия сафында 2003-2005 йылдарҙа хеҙмәт итте. Төньяҡ Кавказ хәрби округына, Эске ғәскәрҙәрҙең Калач - на - Дону ҡалаһындағы махсус тәғәйенләнеш (спецназ) бригадаһына (ОбрОН 22 – “Кобра”) эләккәнен белгәс: “Баламды Чечняға ебәреп ҡуймаһындар инде”, - тип йөрөгән миңә ҡыйын булып китте.
Айҙар ҡустым, ике йыл Чехословакияла хеҙмәт иткән танкист: “Ҡустымды, моғайын, сержантҡа уҡырға ебәрерҙәр, барһын. Исмаһам, Чечняға аҙағыраҡ, уҡып бөткәс, ебәрерҙәр”, - тип мине тынысландырған булды. Әйтмәксе, хәрби ант биреп, бер ай самаһы үткәс, улым өй телефонына шылтыратып, үҙен Ростов өлкәһенең Персиановский ҡасабаһына сержантҡа уҡырға ебәреүҙәрен хәбәр итә алды.
Ярты йылдан һуң частан уҡырға барған 40 кешенән бер Илнурҙың ғына кире үҙ часына әйләнеп ҡайтыуын әйт әле! Командирынан Илнурҙың бөтә имтихан, зачеттарҙы “отлично”ға тапшырыуы тураһында рәхмәт хаты алғас, улымды “учебкала” ҡалдырырҙар әле тип, өмөтләнеүем бушҡа булды. Уҡыуҙар бөтөүе, ҡайҙа ебәрәсәктәрен белмәүе тураһында яҙылған хатты алыуға ике ай ярым тулғас, Илнурҙан күптән көтөлгән хат килде. Адресы Волгоград өлкәһенең Калач ҡалаһы булһа ла, улымдың Грозный янындағы блок-поста икәнлеге аңлашылды. Бына ни өсөн хат оҙаҡ йөрөгән икән! Ул саҡта армиялағы һалдат уландар менән телефон бәйләнеше бөтөнләй булманы. Уның ҡарауы, хат килгән көн үҙе бер байрам була торғайны.
Бер хатында улым: “Миңә Дамир еҙнәмдең сотовый телефонының номерын яҙып ебәрегеҙ, тура килһә, берәй нисек шылтыратырға тырышырмын”, - тигәйне. Вахта менән Себерҙә эшләп йөрөгән еҙнәһенең генә сотовый телефоны бар ине, уныһы менән дә солан башында ғына яҙа-йоҙа һөйләшеп була торғайны. Илнур бер көндө шул номерға шылтыратып, хәл-әхүәлен белдергән. Күпмелер ваҡыт үткәс, туғаныма барҙым да: “Әйҙә, теге номер һаҡланған булһа, өй телефонынан шылтыратып, Илнурҙың хәлен белешәйек, һаман хат юҡ бит”, - тинем. Үҙем тулҡынланам, һөйләшеп булһа ярар ине, тип.
- Алло, кто это? - тине таныш булмаған тауыш акцент менән.
- Это солдатская мама из Башкирии. Вы солдат? Вы в Грозном?
- Я не солдат, я Саид-Магомед! Я не в Грозном, а в Нажа-Юрте! Ты зачем мне звонишь, женщина?
- Мой сын там служит. Недавно он звонил с этого номера. Я с сыном хотела поговорить, извините.
- Как зовут сына? Что ему передать?
Был һорауға аптыраным, шулай ҙа:
- Его зовут Загиров Ильнур. Передайте от меня большой привет, - тип әйтеп өлгөрҙөм.
Өҙөк-өҙөк гудок ишетелгәс, трубканы һалдым да: “Нажа-Юрттан Грозныйға килеп, эҙләп йөрөр инде берәү! Алдаҡсы ла алдаҡсы, был чечен да алдаҡсы” - тип һөйләнеп ҡуйҙым. Туғаным менән икәүләшеп алдаҡсы, мут чечендар менән булышып алдыҡ, тетмәләрен теттек кенә тегеләрҙең. Был ваҡиға шуның менән онотолдо...
Баҡһаң, уның “икенсе серияһы”, йәғни, дауамы ла булған икән. Уныһын улым армиянан ҡайтҡас ҡына белдем. Илнур нисек һөйләгән, үҙгәртмәй генә бирәм:
“Берҙе төнгө ҡарауылдан һуң кубрикта йоҡлап ятһам, иптәштәрем уята: “Загирыч, ты же из Башкирии, выходи, к тебе чеченцы приехали!”
- Почему именно я? Филонов тоже из Башкирии, пусть он выходит!
- Нет, брат, они мусульманина требуют!
Ҡыйын булһа ла, тороп сыҡтым. Ҡараһам, ысынлап та, машиналары янында 4 чечен һаҡалтайы тора. Береһе миңә яҡын килде лә: “Ты Загиров Ильнур из Башкирии?” - тип һорай. “Я”, - тигәйнем: ”Слушай, твоя мама звонила, тебе привет передавала. Ты почему маме не пишешь? Скажи своей маме, пусть больше мне не звонит!” - тине лә, иптәштәре менән машинаһына ултырып, ишектәрен шап та шоп ябып, китеп тә барҙылар. Аптырап торҙом да ҡалдым. Шунда тағы бер тапҡыр һинең непредсказуемый әсәй икәнеңә ышандым”.
Уның ҡарауы, был хәбәрҙе ишеткәс, теге “алдаҡсы, мут” чечендар минең күҙ алдында бер башҡа үҫеп киттеләр. “Чечендар ул тиклем насар кешеләр түгел икән”, - тигән фекер нығынды миндә. Ҡара һин уларҙы: исем-фамилияны хәтерләп, шунда барып эҙләп йөрөүҙәрен әйт әле! Үҙ башҡортоң риза булмаҫ ҡаңғырып йөрөргә… Күңелемә Назар Нәжмиҙең шиғыр юлдары килде:
«Үлтерелер өсөн һөрөлһә лә
Чечендарҙың уты аҫтына,
Чечендар бит түгел, Мартыновтар
Шағир йөрәгенә аттылар!»
Уйҙарымды улым бүлдерҙе:
- Әсәй, ә һин ул чечендың номерын ҡайҙан алдың?
- Һуң, һин үҙең шул номерҙан еҙнәңә шылтыратҡанһың бит, номер һаҡланған. Ҡайҙан ғына беләйем, мин ул һинең берәй иптәшеңдең номеры, тип уйланым...
- Грозныйға үтеп барған машиналарҙы тикшереп торғанда, шул кешенең телефонын алып, шылтыратҡанмындыр, бөтәһен дә хәтерләп булмай ҙа инде…
- Шулай, улым, чечендар ҙа инде белгәндәрҙер кемдең дошман, кемдең түгелен...
Гөлнур ЗАҺИРОВА,
Наурыҙ ауылы.