

Бәлә аяҡ аҫтында ята, тәү ҡарашҡа табыш булып күренеүе лә мөмкин икән!
Йәш яҡташыбыҙ (1999 йылғы) бер көн “Красное и Белое” магазинына инә. Моғайын да, хәмер сауҙаһына махсуслашҡан урынға һөт йә икмәк эҙләп килмәгәндер, әммә һүҙ әлегә был хаҡта түгел. Иҙәндә кемдер төшөрөп ҡалдырған пластик пакет абайлай. Асып ҡараһа – эсендә банк картаһы, улай ғына ла түгел – пин-код яҙылған ҡағыҙ киҫәген дә күреп ҡала. Гәзитебеҙҙә генә лә нисә тапҡыр иҫкәрттек – банк картаһын һәм код яҙмаһын бергә тотмағыҙ, хәтерләр кәрәк. Һис юҡта – яҙманы икенсе кеҫәлә йөрөтөргә була бит. Ә былай ни – урлаусы йә табып алыусыға банкоматҡа барып аҡсағыҙҙы сәлдерәһе генә ҡала.... Бына был яҡташыбыҙ ҙа ошолай анһат булып күренгән шайтан ҡотҡоһона ҡаршы тора алмай, банкоматҡа ашығып, картаһын “сәсеп” киткән кешенең 3 200 һумын үҙләштерә.
Аңлашыла, йәһәт тотолдо. Әллә ни ҙур аҡса ла түгел, әммә етди статья буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла –“Банк счетынан башҡарылған уғрылыҡ” (РФ Енәйәт кодексының 158-се статьяның, 3-сө өлөшөнөң, “г” пункты). Учалы район судынан хәбәр иттеләр – яҡташыбыҙ 1 йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителгән ( мәҡәлә яҙылғанда хөкөм законлы көсөнә инмәгән ине).
Сағыштырмаса еңел хөкөм был осраҡта үҙен тулыһынса аҡлайҙыр. Йәш саҡта төрлө әүрәткестәргә ҡаршы тороу айырыуса ҡатмарлы бит инде ул. Ярар, егет үҙе лә аңлағандыр, тормош аҡлы-ҡаралы, “Ҡыҙыл һәм Аҡлы” була, һис көтмәгәндә суд алдына баҫтырылыу, ҡәҙимге йәшәйеш селпәрәмә килеүе лә бар. Шуға ла, һәр саҡ айыҡ аҡыл менән эш итергә кәрәк – йәштәргә лә, ололарға ла!