Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
22 Ноябрь 2021, 08:25

Рәсәй Хәрби-йыһан көстәре командующийы кубогы

“Яҡташтар ғорурланһын Һәр кемегеҙ менән”!

Рәсәй Хәрби-йыһан көстәре командующийы кубогыРәсәй Хәрби-йыһан көстәре командующийы кубогы
Рәсәй Хәрби-йыһан көстәре командующийы кубогы

 Был яңылыҡ тураһында  район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдиновтың ҡотлауынан белеп ҡалдыҡ: яҡташыбыҙ Рәсәй Хәрби-йыһан көстәре командующийы кубогына лайыҡ булған.

 Марат Кәримов (быйыл 20 йәш тулды) Учалы ҡалаһының 3-сө лицейын тамамлай,  мәктәптә үк спорт менән әүҙем шөғөлләнә, төп ҡомары – йөҙөү. Уҡыуын да бик яҡшы уҡый, әлеге мәл  Мәскәү энергетика институтының (данлыҡлы МЭИ) “Милли тикшереү университеты”ның 3-сө курс студенты. Шөкөр, сәләмәт йәшәйеш рәүешен  баш ҡалала ла ташламаған.

Үткән ай Мәскәүҙә  хәрби уҡытыу үҙәктәре йыйылма командаларының  III Бөтә Рәсәй спартакиадаһы ойошторола.  8 спорт дисциплиналары буйынса   Рәсәй Хәрби-йыһан көстәре командующийы кубогына  көрәш ҡыҙыу бара.

 20 команда араһында МЭИ егеттәре беренсе була, капитандары – фәҡәт беҙҙең яҡташыбыҙ Марат Кәримов.

  Бындай мәртәбәле еңеү менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм Руслан Ғәлийән улының теләгенә ҡушылабыҙ: “Бер Учалы йәштәрәнең ҡаҙаныштары ҡалғандарҙы ла илһамландырһын, бейек үрҙәргә артылырға әйҙәһен. Яҡташтар һәм зат-зәүер һеҙҙең менән ғорурланырлыҡ итеп йәшәргә ынтылыр кәрәк, йәштәр!”

....Учалыбыҙҙа йәштән сынығыу өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Быны әленән-әле яулаған еңеүҙәр дәлиллләй.  Ошо арала карате буйынса Силәбе өлкәһе кубогына үткән ярыштарҙан йәш спортсыларыбыҙ  20 алтын, 10 көмөш, 12 бронза миҙал менән ҡайтты,  районыбыҙ вәкилдәре команда иҫәбендә икенсе урынға сыға. Тренерҙары – Ринат Сабанбаев, Рөстәм Карачурин, Рәмил Хөсәйенов, Руслан Әхмәҙиев.

Шулай уҡ Башҡортостандың кикбоксинг буйынса Беренселек һәм Чемпионаты үтте.  Йәш спортсыларыбыҙ 23 төрлө дәрәжәлә миҙал алып һөйөндөрҙө. Тренерҙары – Денис Ямалетдинов, Артем Бобров, Тимур Заманов.

 Районыбыҙҙың яҡшы данын таратыусыларға рәхмәт әйткәндә, әлбиттә, спонсорҙарҙың, йәш спортсыларҙың  ата-әсәләренең ролен дә баһалар кәрәк. Ярыштарға барыу – мәшәҡәт тә, апаруҡ сығымдар менән дә бәйле. Әммә сәфәр сыҡмайынса йәш спортсылар тейешенсә камиллаша алмай.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас