

Үҙенең күркәм төҫ - ҡиәфәте, ихласлығы, нурлы күңеле менән башҡаларҙан айырылып торған шәхестәр була. Оҙаҡ йылдар Учалы ҡала хакимиәтендә эшләүсе, Гордиенко (Лукманова) Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы - шундай гүзәл заттарыбыҙҙың береһе! Ул һәр саҡ кешеләрҙе бәхетлерәк, тормошто сағыуыраҡ итергә тырышты һәм тырыша.
Иғтибарлы, ғәҙел, кешелекле булғаны өсөн халыҡ уны тиҙ арала үҙ итте, хөрмәтләй һәм әле лә һағынып йәшәй.
Хөрмәтле Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙын 45 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайым! Изге эштәрегеҙ менән халыҡты һоҡландырып, ҡыуандырып, оҙон - оҙаҡ, бәхетле тормошта йәшәргә яҙһын!
Зөһрә йондоҙ.
Йондоҙҙар күп. Тик береһе
Нур сәсә арабыҙҙа.
Уның күңел йылыһынан
Нурлана барыбыҙҙа!
Күктәге йондоҙҙар йыраҡ,
Ул - беҙҙең яныбыҙҙа.
Иман, рухи ҡиммәттәрҙе
Һеңдерә аңыбыҙға!
Беҙҙең яҡта таланттар күп,
Тынмай йыр - моң ағыла.
Туған телем йөрәктәргә, -
Һары майҙай яғыла!
Һүнмәй мәҙәни усаҡтар,
Ташып тора моң - даръя.
Бына ошо матурлыҡтан
Яҡтыра бара донъя!
Бәрәкәт - ҡоттар өләшә
Халҡыма Зөһрә йондоҙ.
Күҙ алдына килтермәйем
Тыуған яғымды унһыҙ!
Йондоҙҙар күп. Тик береһе
Нур сәсә арабыҙҙа.
...Уның күңел йылыһынан, -
Нурлана барыбыҙҙа!
Рамай Ҡаһир, https://vk.com/id470811619 Беҙ ҙә , бөтә "Яйыҡ" гәзите уҡыусылары исеменән, бөгөнгө көндә Ҡыйғы район хакимиәте башлығы вазифаһын биләгән Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙын ҡотлауҙарға ҡушылабыҙ!