Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
24 Ноябрь 2021, 03:29

Аргентинала бер ҡатын, үҙаллы,иммунитеты арҡаһында ғына ВИЧ-инфекцияны еңеп сыҡҡан, тип хәбәр ителде

Колумнистика

Аргентинала бер ҡатын,  үҙаллы,иммунитеты арҡаһында ғына ВИЧ-инфекцияны еңеп сыҡҡан, тип хәбәр ителдеАргентинала бер ҡатын,  үҙаллы,иммунитеты арҡаһында ғына ВИЧ-инфекцияны еңеп сыҡҡан, тип хәбәр ителде
Аргентинала бер ҡатын, үҙаллы,иммунитеты арҡаһында ғына ВИЧ-инфекцияны еңеп сыҡҡан, тип хәбәр ителде

«Саманан тыш бейек күтәрелмә, ҡолап төшкәндә ауыртынырһың”, -тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер. РФ Дәүләт Думаһында быға тиклем депутат булған 9 иптәш һаман да ваҡытлыса бирелгән  фатирҙарын бушата алмайҙар икән.   Ә  8-се саҡырылышҡа ҡайтанан  һайланған 17 депутатҡа элек  бүленгән фатирҙарҙы  үҙҙәре түгел, туған-тумасаһы йә ярҙамсылары  биләүе асыҡлана. Үҙҙәре, күрһең, мохтаж да түгелдәр.

РФ Хөкүмәте 2022-2024 йылдарҙа бюджеттта 1 миллиард һум резерв ҡалдырырға тәҡдим итте. Был аҡсаға һәр мәктәп алдына флагшток урынлаштырыу, көн һайын иртән Рәсәй байрағын күтәреү күҙ уңында тотола.  Илебеҙҙә 42,5 мең мәктәп иҫәпләнә, һәр береһенә уртаса 23 мең 500 һум тәтеүе ихтимал. Был башланғыс – РФ Президенты В.В.Путиндың инициативаһы.

Аргентинала бер ҡатын,  үҙаллы,иммунитеты арҡаһында ғына ВИЧ-инфекцияны еңеп сыҡҡан, тип хәбәр ителде.  Ә бит бындай һөҙөмтәгә медина юлы менән дә ирешеү үтә һәм үтә ҡатмарлы. Был ҡатын 2013йыл ҡурҡыныс ауырыу  йоҡторған була. Тик артыҡ өмөтләнеп китмәйек – был бар донъяла ни бары икенсе билдәле осраҡ. Эйе, ковид тураһында ғына уйлап, СПИД тураһында ла онотоп ҡуймайыҡ! Евросоюз менән сағыштырғанда Рәсәйҙә бөгөнгө көн ВИЧ таралыу темпы 10 тапҡыр (!) юғары тик хәбәр ителде. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса 1987 йылдан  илебеҙҙә 1,5 миллион кешелә ВИЧ асыҡлана, әлеге мәл 400 меңе мәрхүм. Ә күпме кешелә асыҡланмаған булыуы ихтимал!

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы теүәл иҫәпләп сығарҙы – 43 илдә 42 миллион кешене аслыҡ үлеменән ҡотҡарыу өсөн 6 миллиард 600 миллион доллар талап ителә.  Ярҙам һорап  сереп байыған миллиардерҙарға мөрәжәғәт иттеләр. Донъяның иң бай кешеһе Илон Маск (300 миллиард долларға эйә) алдан  ярҙам итәсәге тураһында маҡтанып өлөргәйне, ҡарарбыҙ – байлығының, исмаһам, 2,2 процентын (!) аслыҡтан тилмергәндәргә тотторорға дөбөрө үтерме?

Әзербайжан менән Әрмәнстан йәнә һуғыша башланы, тигән хәбәр шомға һалды. Улай ғына ла түгел бит әле, Әрмәнстан Рәсәйҙән хәрби ярҙам һорай, ти. Былтыр ғына ҡаты бәрелештәрҙә меңәр кеше ҡырылған ине, һаман ҡан сарсыйҙар.  Бер генә лә сит дәүләт, күршеләре менән ер бүлешә алмай тип, уландарыбыҙҙы туғандаш халыҡ менән алышҡа ебәрге килмәй!

Үзбәккстанда  физика буйынса Әл-Фирғәни исемендә  халыҡ-ара олимпиада үтте, 19 дәүләт вәкилдәре аҡыл менән һынаша.. Рәсәй уҡыусылары 4 алтын, 1 көмөш миҙал алып ҡайтты. РФ Президенты ҡотларлыҡ булғас,  сараның мәртәбәһен күҙ алдына килтерерлек. Еңеүселәрҙең береһе – Өфө ҡалаһының 83-сө лицейында белем алған 11-се синыф уҡыусыһы Алексей Санин. Ә Әл-Фирғәни -798-861 йылдарҙа  йәшәгән  бөйөк  ғалим. Сығышы менән нәҡ Фирғәнә яҡтарынан, башҡаһынан тыш, Еребеҙ шар  рәүешендә икәнлеген  ғилми иҫәпләп сығарған кеше.

Кеше 4 сәғәттән артығыраҡ ихтирам итерлек сәбәптәрһеҙ эш урында юҡ икән, “прогул” өсөн эштән ҡыуырға рөхсәт ителә.  Беҙҙәге учреждение-ойошмаларҙа бындай осраҡта ғәйеплегә үҙ теләге менән  эштән китеү тураһында ғариза яҙырға тәҡдим итәләр. Теүәл закон менән эш иткән осраҡтар ҙа булғылай икән – РФ Премьер-министры Михаил Мишустин тап “прогул” һылтауы менән РФ Спорт министры урынбаҫары Ксения Машкованы эштән ҡыуған (сығарған түгел, фәҡәт ҡыуған!)  Ысынында ниндәй сәбәптер инде, быныһы беҙгә ҡараңғы.

Эскән, аҙып-туҙып йөрөгән яҡташтарыбыҙҙы Ҡаҙағстанға алып та китәләр, ҡоллоҡта тотоп эшләтәләр, тигән имеш-мимештәрҙе ишеткән бар. Шуға ла, бер РФ гражданы, 20 йыл буйына ҡоллоҡта тоталар, ҡотҡарығыҙ, тип интернет аша  яр һалғас, артыҡ аптыраманыҡ. Ярославль өлкәһенән Алексей Котов заманында күрше илгә хәрби  контракт төҙөргә сығып китә лә, ләм-мим юғала. Туғандары “Жди меня” телепрограммаһы аша, күрәҙәселәргә мөрәжәғәт итеп  эҙләп ҡарағандар, тик ниңәлер полициянан ярҙам һорамағандар. Шау-шыу сыҡҡас, Ҡаҙағстан полицияһы Котовты “ҡоллоҡта тотоусы” крәҫтиән хужалығы башлығын ҡулға ала, әммә тикшереү үткәргәс кире ебәрәләр –“ҡол” ялланып эшләй, ҡулында телефоны ла була, теләгәндә сығып китергә  бер кем дә ҡамасауламаған, ти. Һәр хәлдә лә, РФ консулы күҙәтеүе аҫтында ул үҙе шундай аңлатма бирә, ҡайтаһы килеп китте лә, документтарым юҡ, шуға алдаштым, ти.  Нисек кенә булмаһын, Рәсәйгә ебәрелгән.

Енесен үҙгәрткән төрлө “ҡыҙ тәкәләр” менән Халыҡ-ара  олимпия комитетының башы тамам ҡатты инде. Мәҫәлән, әллә ни оло еңеүҙәргә өлгәшә алмаған штангасы ир енесен үҙгәртһә, ҡатын-ҡыҙҙар араһында йәһәт чемпион буласағы алдан билдәле .  Көслө зат тәбиғәт тарафынан көслөрәк итеп яратыла. Әлегә тиклем  ҡанда тестостерон миҡдарын үлсәйҙәр ҙә, ошо гормон миҡдары буйынса спортсының ҡайһы енес вәкилдәре менән ярышырға хаҡлы икәнлеге билдәләнгән. Хәҙер ни, “толерантлыҡ” көсәйә бара, бындай анализдан да баш тарттылар. Йәнәһе лә, спортсы үҙен ниндәй зат итеп хис итә, шулар менән ярышырға тейеш.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас