Ҡартайырмын, балам… Ҡарайырмын.
Аҡ ҡылғандай булыр сәстәрем.
Һин онотма: бар ғүмерем буйы
Һинең хаҡта булды хәстәрем.
Буталырмын, балам. Һөйләгәнем
Дөрөҫ кенә булмаҫ ҡайһы саҡ…
Һине һөйләшергә өйрәткәндә
Асыҡ булды һиңә был ҡосаҡ.
Йәмһеҙләнһәм, йыйырсыҡтар баҫһа,
Йырлап ҡуйма, балам, сит йырҙы:
Һин оялма минең ҡартлығымдан –
Үҫтергәнмен бит һин матурҙы!
Бирешермен, балам. Үҙ-үҙемде
Ҡарарға ла хәлем етмәһә,
Риза булып ҡына тәрбиәлә,
Һине үҫтергәнде иҫлә лә.
Ҡартайһам дә, әсәң булып ҡалам,
Хистәреңде бер үк ойотма!
Ни күрһәтһәң, шуны берәй ҡасан
Үҙең күреүең бар, онотма.
*****
Хәтер көнө бөгөн. Әсәйемдең
Киткән көнө фани донъянан…
Нисек, әсәй, иҫкә алырға һуң,
Әгәр бер ҙә иҫтән сыҡмаһаң?
Табын йыйып, кеше саҡырырбыҙ,
Аят уҡып, хәйер бирербеҙ,
Мир алдында бурыс атҡарырбыҙ,
Ҡәбереңә барып килербеҙ.
Һин киткәндән алып күңелемә
Ояланып алды етемлек,
Тынысланып, онотолор өсөн
Ваҡыт үтте кеүек етерлек.
Һине уйламаған сәғәт һирәк,
Һине иҫләмәгән көнөм юҡ,
Фатихаңды, әсәй, биреп киттең,
Борсолорға, беләм, урын юҡ.
Йылдар үткән һайын йөрәк йылың
Кәрәклерәк миңә, әсәйем,
Ғүмер буйы һинең аҡыл менән,
Һинең кәңәш менән йәшәйем.
Бәлки, дөрөҫтөр ҙә йылына бер
Иҫкә алыу хәтер көнөндә?
Кисер, әсәй, һиңә тынғы бирмәй
Уйлап торһам көнөн-төнөн дә?
Беләм, әсәй, риза булып киттең –
Мин үҙемдән риза ҡалманым:
Тере саҡта ниңә, донъя ташлап,
Тағы бер ҡат ҡайта алманым?
Мин тағы бер әгәр ҡайтып килһәм,
Һин тағы бер һөйөп-яратып
Бәхет теләр инең тағы бер ҡат,
Тағы бер ҡат… Мине оҙатып
Бер ҡосаҡлап, әсәй, үбер инең…
Үкенермен мәңге, моғайын.
…Иҫкә алмау һине мөмкин түгел,
Хәтер көнө миңә көн һайын.
Автор: Фирүзә Абдуллина.