

Сер түгел, бөгөн ауылдарҙа эскелек көслө. Тап шуның арҡаһында ғаиләләр тарҡала, үлем осраҡтары күбәйә. “Айыҡ ауыл” конкурсы тап ошо афәт менән көрәшеүгә, халыҡты берләштереүгә йүнәлтелгән.
Ауыл Советы, медицина, мәҙәниәт, мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, ауылдың имам-хатибы, ағинәйҙәр ҡоро күмәкләшеп проблемаларҙан сығыу юлдарын эҙләп, урындағы халыҡ менән әүҙем эшләһәләр, ыңғай һөҙөмтә, һис шикһеҙ буласаҡ.
Алдағы йылдарҙа ла Учалы районы даими рәүештә “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнаша килде. Былтыр Илсе ауылы Гран-при алыуға өлгәште. Быйыл да районыбыҙҙың дүрт ауылы – Баттал, Ҡыйҙыш, Һөйәрғол һәм Ҡолош ауылдары мәртәбәле конкурста көс һынашасаҡ.
Конкурс тәртиптәренә килгәндә, унда быйыл бер аҙ үҙгәрештәр бар. Мәҫәлән, быйыл ярыш 2021 йылдың сентябренән 2022 йылдың 30 июненә тиклем ике этапта үтә. Айыҡ һәм сәләмәт тормошто пропагандалауға йүнәлтелгән сараларҙа ыңғай тәжрибә, өлгөлө миҫалдар менән уртаҡлашыу өсөн муниципаль-ара хеҙмәттәшлек тә хуплана. 2020 йылда бындай тәжрибәне Баймаҡ һәм Белорет райондары ҡулланған булған.
Былтырғы кеүек үк конкурстың республика этабында еңеүселәр тораҡ пункттағы халыҡ иҫәбенә ҡарап билдәләнә: “Эре тораҡ пункттар”, “Ҙур тораҡ пункттар”, “Уртаса тораҡ пункттар”, “Бәләкәй тораҡ пункттар”.
Һәр номинацияла өсәрҙән 12 еңеүсе билдәләнәсәк. Бүләк фонды – 40 миллион һум.
6 миллион һумлыҡ иң ҙур приз “Эре тораҡ пункт” номинацияһында еңгән ауылға биреләсәк. Номинацияларҙа еңеүселәр 5, 4 һәм 3 миллион һум аласаҡ, тораҡ пункттағы халыҡ иҫәбенә ҡарап, приз суммаһы төрлө буласаҡ, тип хәбәр итә ойоштороусылар.
Былтырғы йылдарҙағы кеүек, бәйге барышында төрлө тематик акциялар үткәреләсәк. Конкурс тураһындағы барлыҡ мәғлүмәт, документтар Бөтә донъя башҡорттры ҡоролтайының рәсми сайтында, социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә буласаҡ.
Эштең һөҙөмтәлелеген күрһәтеү, мәғлүмәтте күберәк таратыу маҡсатынан бәйге хаҡындағы барлыҡ материалдарға #Трезвоесело2021, #Айыҡауыл2021 хештегтарын ҡуйыу тәҡдим ителә. Аҙаҡ тап ошо билдәләр ярҙамында иң әүҙем мәғлүмәт таратыусылар билдәләнәсәк.
Тағы бер яңылыҡ – быйыл тәүләп конкурста тауыш биреү “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ла ойошторола.
Фото - В Контакте